Өфөлә “Георгий таҫмаһы” акцияһы башланды

Өфөлә “Георгий таҫмаһы” акцияһы башланды

Быйыл “Үлемһеҙ полк” акцияһы форматы үҙгәртелә. Үҙәк урамдар буйлап күмәк халыҡ хәрәкәте булмай. Ойоштороусылар быны хәүефһеҙлек сараларын иҫәпкә алып ҡарар иткән. Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары фотоларын социаль селтәрҙәр, кейемдә йәки автомобилдәрҙә урынлаштырырға тәҡдим ителә. Башҡортостанда ла 9 май күмәк халыҡ ҡатнашлығында “Үлемһеҙ полк” үткәрмәҫкә ҡарар ителгән. Бөйөк Еңеүгә бәйле саралар әленән үк башланды. Ошо көндәрҙә Өфөлә Георгий таҫмаларын таратыу акцияһы үтә.