Башҡортостан халҡы беҙҙең эраға тиклемге алтынды күрә ала

Күргәҙмә Өфөлә 23 июлгә тиклем эшләй.

24 апрелдән "Троя алтыны һәм Пушкин музейы хазиналары" исемле күргәҙмә Кузеев Этнологик тикшеренеүҙәр институты музейында асылды. Сараны ойоштороусылар әйтеүенсә, Пушкин музейы үҙ хазиналарын Өфөгә килтерһен өсөн йыл дауамында һөйләшеүҙәр алып барырға тура килгән. Күргәҙмәнең төп өлөшөндә 100-ҙән артыҡ алтын һәм ҡиммәтле металдан әйберҙәр. Араларында легендар Троя хазиналары. Улар боронғо тимер эшкәртеү оҫталары хаҡында һөйләй. Шулай уҡ 16 балсыҡ көршәк тә күрергә була. Барыһы ла Пушкин музейынан килтерелгән һәйкәлдәр. Икенсе өлөштә бронза һәм тимер быуат тарихы ҡомартҡылары менән танышырға мөмкин. Улар, башлыса, эш һәм һуғыш ҡоралдары. Экспонаттар тотош дәүер, оло тарих тураһында һөйләй, ти ойоштороусылар.