Башҡортостанда яңы дәүләт наградаһы – генерал Шайморатов миҙалы раҫланды

Башҡортостанда яңы дәүләт наградаһы – генерал Шайморатов миҙалы раҫланды

Был турала закон проектын Дәүләт Йыйылышы- Ҡоролтай депутаттары ҡарамағына республика башлығы Радий Хәбиров тәҡдим итте. Яңы награда менән йәмәғәт тәртибен һаҡлағанда, ғәҙәттән тыш хәлдән кешеләрҙе ҡотҡарғанда, хәрби, гражданлыҡ һәм һөнәри бурысын үтәгәндә үҙ ғүмеренә ҡурҡыныс янаған осраҡта ҡыйыулыҡ һәм батырлыҡ күрһәткән кешеләр бүләкләнә. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың сираттағы ултырышында закон проектын Башҡортостан башлығы хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев танытты. Награда республикала дәүләт бүләкләүҙәре системаһын камиллаштырыу маҡсатында булдырылды. Башҡортостан парламентының илле өсөнсө ултырышында депутаттар барыһы илленән ашыу мәсьәләне тикшерҙе. Шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы Контроль-иҫәп палатаһының 2022 йылдағы эшмәкәрлеге йомғаҡтары тураһында отчет менән республикала эшҡыуар мәнфәғәттәрен яҡлау вәкиленең докладына баһа бирҙе.