Даян Мурзин исемендәге хәрби формирование башта күнекмәләр үтәсәк. Яҡын арала шулай уҡ “Төнъяҡ Амурҙары”н да оҙатыу күҙаллана. Ике аҙна элек Шайморатов һәйкәле янынан тантаналы шарттарҙа оҙатылған “Ватан” махсус отряды әле Ырымбурҙа тейешле күнекмәләр үтә. Тиҙҙән хәрби әҙерлек урынына республиканан сираттағы батальон яугирҙәре лә юллана. Махсус Хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләре дәүләттең төп иғтибарында бөгөн. Уларға ярҙамға быйыл бюджеттан 4 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтә. Уларҙың күпселеге ғаиләләге балаларға йүнәлтелгән. Хәрбиҙәр һәм уларҙың ғаиләләренә күрһәтелгән бөтә төр ярҙам хәҙер Рәсәй Президенты Указы менән ойошторолған “Ватанды һаҡлаусылар” фонды аша көйләнәсәк. Әле республикала уның филиалдары асыла, белгестәр махсус уҡыуҙар үтә.
Был аҙнала Башҡортостандан 4-се ирекле батальон Махсус операцияға оҙатыла
Был аҙнала Башҡортостандан 4-се ирекле батальон Махсус операцияға оҙатыла