Бөгөн донъя егерменсе быуаттың иң ҡурҡыныс техноген һәләкәтен иҫкә ала

Бөгөн донъя егерменсе быуаттың иң ҡурҡыныс техноген һәләкәтен иҫкә ала

Тап 37 йыл элек 1986 йылдың ошо көнөндә Чернобыль атом электр станцияһының 4-се энергоблогы шартлай. Был радиация һәләкәте бөтә донъяны тетрәндерә. Аварияның һөҙөмтәләрен юҡ итеүҙә Башҡортостандан 12 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан. Һәр -береһе үҙ эшен намыҫ һәм оло яуаплылыҡ менән башҡарған. Ликвидаторҙар исемлегендә Решат Винир улы Ғәйнуллин да бар. Уның менән беҙҙең ижади төркөм осрашты.Решат Винир улы хәрби альбомын ҡәҙерләп һаҡлай. Тормоштоң иң аяныслы һәм онотолмаҫ ваҡиғаларын үҙендә һаҡлай ти, ул. 1988 йылда хәрби хеҙмәткә алынған егеткә тыныс ҡына ил алдындағы бурысын үтәү мөмкинлеге теймәгән. Бер йыл хеҙмәт иткәндән һуң Решат Ғәйнуллинды Чернобыль һәләкәте эҙемтәләрен юҡ итеүҙә ҡатнашырға ебәрәләр. Бер йыл эсендә дүрт командировка, бер көнлөктәре лә, бер айлыҡтары ла булды, тип хәтерләй Решат Винир улы. Йәш егеттәргә станция эргәһендәге биләмәләрҙе радиациянан таҙартыу эше йөкмәтелгән. Хәлдең ни тиклем аяныслы икәнен йәшлек дәрте менән аңламаныҡ, хаҡ булығыҙ тип киҫәтеүселәр ҙә булманы. Беҙ бары тик бойороҡто үтәнек, ти Решат Винир улы. Иң ҡурҡыныс дошман – радиация. Унын еҫе-төҫө, ҡиәфәте лә юҡ. Шуныһы менән хәүефле лә, ул егеттәрҙең сәләмәтлеген алып китә.Решат Винир улы хәрби һөнәре буйынса сапер-пиротехник Станция биләмәһен радиациянан таҙартыу менән бер рәттән миналарҙы юҡ итеү эше лә уларҙың ротаһы иңенә төшкән. Бер йыл эсендә генә 500-ҙән ашыу хәүефле урын тикшерелгән, шартлатҡыс әйберҙәр юҡ ителгән. Хәйер, фәрештәләр һаҡлап йөрөткәндер, тип шаярта геройыбыҙ. Әлеге ваҡытта Решат Винир улы Башҡортостандың "Чернобыль" инвалидтар төбәк йәмәғәт ойошмаһын етәкләй. Радиацияны юҡ итеүҙә оло ҡаһарманлыҡ күрһәткән замандаштарыбыҙҙың мәнфәғәттәрен һәм хоҡуҡтарын яҡлауға күп көс һала, киләсәк быуынға илһөйәрлек тәрбиәләүҙә, батырлыҡ, ҡаһарманлыҡ дәрестәрен биреүҙә баһалап бөткөһөҙ өлөш индерә. Решат Ғәйнуллин кеүек зарарлы зонала эшләгәндәрҙең хеҙмәте ысын ҡаһарманлыҡҡа тиң, уларҙың һәр береһе – батырлыҡ һәм илһөйәрлек өлгөһө.