“Башҡорт оҙон ғүмерлелеге” программаһы сиктәрендә Өфөнән 45 пенсионер Беларусь республикаһына ял итергә юлланды.Төркөмдә баш ҡаланан, Өфө, Әбйәлил, Баймаҡ, Бөрө, Дүртөйлө һәм Ҡыйғы райондарынан оло йәштәгеләр бар. 8 көн дауамында улар Минск, боронғо Жодино һәм Борисов ҡалаларында, Мир һәм Несвиж урта быуат һарайҙарында, Хатынь мемориалында, Дан ҡурғанында һәм сәнәғәт предприятиеларында буласаҡ. Быйыл “Башҡорт оҙон ғүмерлелеге” программаһы буйынса Беларусь республикаһына сәфәргә 20 миллион һум бүленә, был аҡсаға 1 мең 300-ҙән ашыу кешене ял иттереү ҡарала. Төбәк проекты республика ҡаҙнаһы иҫәбенә тормошҡа ашырыла. Бер пенсионер өсөн 15 мең һум ҡаралған. Юлламаға йәшәү, ашатыу хаҡы һәм экскурсиялар инә. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров пенсионерҙарҙы оҙатырға үҙе килде. Республика етәкселеге “Башҡорт оҙон ғүмерлелеге” программаһына Үҙбәкстан, Иран һәм Абхаз республикаларын да индереү мөмкинлеген өйрәнә. Тимәк, тиҙҙән Башҡортостан пенсионерҙарының был илдәрҙе лә күреп килеү мөмкинлеге буласаҡ.
Пенсионерҙар Беларусь республикаһына ял итергә юлланды
Пенсионерҙар Беларусь республикаһына ял итергә юлланды