Биләмәгә асарбаҡтар һәм хулигандар хужа

Биләмәгә асарбаҡтар һәм хулигандар хужа

„Новостройка„ биҫтәһендә йәшәүселәр Трамплин туҡталышынан Аҡбуҙат ипподромына тиклемге биләмәне маргиналдар һәм асарбаҡтар баҫып алыуға зарлана. Ҡала хакимиәте тарафынан биш йыл элек башланған төҙөкләндереү эштәре лә туҡтап ҡалған. Хәбәрсебеҙ Гүзәл Ишкинина был хәлгә асыҡлыҡ индерергә тырышты. Бындағы биләмәгә асарбаҡтар һәм хулигандар хужа. Электр лампалары ватылған, ғөмүмән, урмандың Трамплин туҡталышынан алып Аҡбуҙат ипподромына тиклемге өлөшө сүп-сар менән тулған. Был биләмәне ШОС һәм БРИКС саммиттарына бер аҙ тәртипкә килтереләр ҙә оноталар. Хәҙер унда бар ерҙә сүп-сар, буш шешәләр, аҙыҡ-түлек ҡалдыҡтары. Биҫтәлә йәшәүселәр үҙ көстәре менән экологик өмәләр ҙә ойоштороп ҡарай. Әммә иртән тороуға бар сүп-сар биләмә буйлап тарала. Яҡында ғына спорт мәктәбе урынлашҡан. Көндәр йылытыу менән уҡыусылар саф һауала шөғөлләнә. Кескәйҙәр ҙә өлкәндәр кеүек үк урман һуҡмаҡтарының тиҙерәк тәртипкә килтерелгәнен түҙемһеҙләнеп көтә. Шулай ҙа активистар үҙҙәре йәшәгән биҫтә янындағы урман тәртипкә килтерелер, тип ышана. Ҡала хакимиәте вәғәҙә иткән бар эштәр ҙә еренә еткерелгәс, Өфөлә спорт һәм ял өсөн тағын да бер урын барлыҡҡа килер, тип көтөлә.