Башҡалала пенсионер ҡатын 2 инвалид ейәнсәре менән емерек хәлдәге йортта йәшәргә мәжбүр. Республиканың юғары суды бер нисә суд ултырышы аша үткән 72 йәшлек ҡатынды яҡлап сыға һәм ҡыҫҡа ваҡыт арауығында уларға яңы йәшәү урыны бирергә ҡушҡан. Әммә ҡала хакимиәте хеҙмәткәрҙәре, торлаҡ яҡшы хәлдә тип апелляцияға биргән. Юғары суд уны кире ҡаҡҡан. авария хәлендәге 2 ҡатлы йортта йәшәүселәр ҡасан яңы фатирға күсер, беҙҙең киләһе репортажда. Әгәр ҙә был эште ремонт тип атап булһа инде. Йорт үтәнән үтә тишелеп бөткән. Ҡыйыҡты ла үҙҙәренә хәстәрләргә тура килгән, юғиһә йондоҙҙар күҙәтергә булыр ине, ти Людмила Терещенко. Тағы бер бәлә-бөжәктәр. Улар менән йылдар буйы көрәшә торғас әмәл ҡалманы, ти хужабикә.Ә йыуыныу өсөн урын был йортта бөтөнләй ҡаралмаған. Душ бүлмәһе итеп кладовканы яраҡлаштырып алғандар. Әгәр бер үҙе булһа пенсионер ханым тыныс ҡына торлаҡты һүтеп яңыһын биргәнде көтөр ине. Әммә 4 йыл элек ейәнсәрҙәренең берҙән -бер ҡараусыһына әйләнә. Улы һәм киленен ата-әсәлек хоҡуғынан мәхрүм ителгән. 7 йәшлек Валерия һәм 9 йәше тулып килгән Ева өләсәһенең ҡарамағында. Икеһенең дә инвалидлығы раҫланған. Өлкәне өйҙә белем ала. Кесеһе быйыл мәктәпкә барырға тейеш. Ғаилә йәшәгән йорт 1935 йылда төҙөлгән.10 йыл элек янғында бинаның ағас таяуҙары тулыһынса янып бөтә. Унан һуң да ҡала хакимиәте йортто авария хәлендә тип танымай. Торлаҡҡа ремонт эшләнә һәм милекселәрҙе кире ҡайтаралар. 2021 йылда ғына мәсьәлә хәл ителә –йортто йәшәүгә яраҡһыҙ тип табалар. Тик ундағы халыҡты бер кем күсерергә уйламай. Өфө прокуратураһы ҡыҫылғас ҡына хәл ыңғайлаша.Ҡала хакимиәтендә әйтеүҙәренсә, Фурманов урамындағы 15-се һанлы йорт авария хәлендәге торлаҡтан граждандарҙы күсереү адреслы программаһына инмәгән. Әммә суд ҡарарына ярашлы, хакимиәт халыҡҡа яңы йәшәү урыны тәҡдим итергә тейеш. Тейеш тә, ә ҡасан булыр? 2 инвалид баланы ҡараусы Людмила Терещенко ғына башҡаса был йортта ҡалырға теләмәй. Пенсионер ханым матди яҡтан ауыр булһа ла, ҡуртымға фатир алып күсергә йыйына. Иҫке йорттарҙан күсереү оҙаҡҡа һуҙыла икән, был мәсьәләне үҙ яйына ҡуйып, иғтибарҙан ситтә ҡалдырмайынса тейешле инстанцияларға хәбәр итергә кәрәк, ти юристар. Килеп тыуған хәл- ваҡиғаның күңелде йылытҡан яғы ла бар. Тормоштоң барлыҡ ғәҙелһеҙлектәренә ҡарамаҫтан ата-әсәйһеҙ ҡалған ҡыҙҙарҙың, уларҙы ихлас күңелдән яратып, хәстәрләп торған өләсәләре бар.Тимәк, барыһы ла яҡшы булыр, тигән ышаныс ҡала.
Суд ҡарары ниңә үтәлмәй?
Суд ҡарары ниңә үтәлмәй?