Башҡортостанда балалар өсөн онкология һәм гематология үҙәге төҙөлә

Башҡортостанда балалар өсөн онкология һәм гематология үҙәге төҙөлә

Башҡортостанда балалар клиник дауаханаһында балалар өсөн онкология һәм гематология үҙәге төҙөлә. Күләмле төҙөлөш “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә бойомға ашырыла. Ремонт эштәре 50 процентҡа тамамланған. Тулыраҡ Альбина Зәйнетдинова сюжетында.Был майҙанда төҙөлөш эштәре үткән йыл башланғайны. Йыл дауамында Республика балалар онкологияһы һәм гематологияһы үҙәгенең бөтә блоктары ла күтәрелгән, тәҙрәләре ҡуйылған, Ҡайһы бер секцияларҙа эштәр 95 процентҡа башҡарылған. Республика балалар онкологияһы һәм гематологияһы үҙәге 92 урынға иҫәпләнгән. Дөйөм майҙаны 17 мең квадрат метрҙан ашыу. Яңы үҙәктә кескәй пациенттар өсөн бөтә төр ярҙам күрһәтеләсәк. Ете ҡатлы бинала онкология, гематология иммунололгия бүлектәре, реанимация, ҡаралған. Көндөҙгө стационар айырым блокта. Палаталарҙа пациенттар өсөн бөтә уңайлы шарттар тыуҙылырған. Бүлмәләр 2, иң кңбе — 3 кешегә тәғәйен. Яңы үҙәк Республика балалар клиник дауаханыһының эргәһендә генә урынлашҡан. Бер бинанан икенсеһенә тышҡа сыҡмай ғына үтергә мөмкин буласаҡ. Алда күләмле эш — медицина ҡорамалдарын ҡороуҙы иҫәпкә алып электр сымдарын үткәреү, Елләтеү һәм кондициялау системаһына иң юғары талаптар. Вентиляция камераларын һәм техник бүлмәләрҙе төҙөүгә лә айырым иғтибар бүленә. Күләмле төҙөлөш “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә бойомға ашырыла. Республиканың берҙән-бер балалар онкологияһы һәм гематологияһы үҙәген йыл аҙағына тиклем сафҡа индереү планлаштырыла.