Яңы фатир

Яңы фатир

Өфө Затонындағы ярым емерелгән авария хәлендәге йортта йәшәүсе Лариса Бикбулатоваға яңы бүлмә бирәләр. "Хәбәрҙәр" чиновниктар онотҡан ҡатындың тарихы тураһында һөйләгәндән һуң  — суд уның яғына сыға, һәм Өфө мэрияһына уға торлаҡ бирергә ҡуша. Тулыраҡ, хәбәрсебеҙ Гөлфиә Мәҡсүтова сюжетында.Лариса Бикбулатова яңы бүлмәгә күсергә күптән әҙер. Ҡатын бер-нисә йыл һыуһыҙ, йылыһыҙ йортта интегеп йәшәгән. Шуға ла һөйөнөслө хәбәрҙе ишетеү менән әйберҙәрен йыйып ҡуйған. Лариса Бикбулатова емерек хәлдәге ике ҡатлы йортта бер үҙе тороп ҡала. Һыуһыҙ һәм газһыҙ баракта 2 йыл интеккәндән һуң, Ларисаның ағаһы Рәсәй Башҡортостан телеканалына мөрәжәғәт итә. Һәм, ниһәйәт, яңы бүлмә.Яңы фатирға яратҡан бесәйҙәрен дә алып барырға йыйына хужабикә. Яңы фатир Өфө районы Шаҡша ҡасабаһында урынлашҡан. Йәшәү өсөн барлыҡ шарттарҙың булыуы ҡыуандыра, ти яңы торлаҡ туйлаусы.