Ошо девиз аҫтында Рәсәйҙең «Динамо» йәмғиәте 100 йыл уңышлы эшләп килә. 1923 йылдың 18-се апрелендә Мәскәүҙә төҙөлгән тәүге пролетар спорт ойошмаһы бөтә илде солғап ала. Бер ни тиклем ваҡыттан һуң ул төрлө ҡалаларҙа ла асыла. Өфө “Динамо”һының тарихы 1925 йылдың 8 апреленән башлана. Ләйсән Тимербулатова дауам итә.Тик спортсылар ғына ҡотлауҙарға йүгерә-атлай сығалыр ул. Баш ҡалала урынлашҡан Башҡортостандың “Динамо” физик культура һәм спорт йәмғиәте хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары улар. Бүләкләү осраҡлы түгел – “Динамо” үткәргән һуңғы спартакиадала коллектив беренселекте яуланы. “Динамо” башта профессиональ спортсыларҙың, именлек, хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәренең физик һәм махсус әҙерлеген камиллаштырыу йәһәтенән ойошторолһа, хәҙер унда һәр кем шөғөлләнә ала. БР-ҙың “Динамо” физик культура һәм спорт йәмғиәтен етәкләгән рәйестәрҙең маҡсаты бер була – ойошма тик алдынғы рәттәрҙә булырға тейеш.Элекке традициялар ҙа һаҡлана. Төбәктең хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре әле лә йәмғиәт ағзалары. “Динамо” стадионында хәҙер футбол майҙаны, бассейн, фитнес-клуб, ҡунаҡхана, уйын аренаһы, тир, ҡул һуғышы, ҡатнаш алыш, дзюдо, тхэквондо, каратэ, гимнастика залдары бар. 2007 йылдан Урал волейбол командаһы Динамо составына инде. Көндөң ҡайһы ғына сәғәтендә инмә, стадиондың һәр залында күнекмәләр бара. 2025 йылда Башҡортостан йәмғиәте үҙенең 100 йыллыҡ юбилейын билдәләргә әҙерләнә.Өфө “Динамо”һының ишектәре буласаҡ чемпиондар, спор һөйөүселәр, сәләмәт тормош алып барыусылар өсөн һәр ваҡыт асыҡ. 1934 йылда төҙөлгән стадион 2007-лә реконструкциялана һәм баш ҡаланың матур архитектура ҡоролмалары рәтенә инә. Көслө коллектив туплана һәм бөгөнгәсә уңышлы эшләй.
Хәрәкәттә – көс!
Хәрәкәттә – көс!