Сүриә Хөкүмәте армияһы Алеппоның көньяҡ-көнбайышында мөһим позицияларҙы күҙәтеүгә алды. Президент Бәшәр Асад яҡлы ғәскәрҙәр илдең ҙурлығы буйынса икенсе ҡалаһын террорсыларҙан тулыһынса азат итте. Алеппола әле урам һуғыштары бара. Тыныс халыҡ үлә.
Норвегияла мосолман ҡатын-ҡыҙын дискриминациялау буйынса суд ултырышы булды. Былтыр 47 йәшлек Мерета Ходне бөҙрәханаға хиджабта килеүсе 24 йәшлек Мәликә Баянды хеҙмәтләндереүҙән баш тарта. Мәликә Баян Норвегия ватандашы, сәс ҡырҡыусы тураһында полицияға хәбәр итә. Мерета Ходнеға 870 евролыҡ штраф һалалар. Уны түләүҙән баш тартҡас эште судҡа тапшыралар.
Халыҡ-ара паралимпия комитеты ярыштарҙы асыу тантанаһында Рәсәй флагын күтәреп сыҡҡан Белоруссия делегацияһы ағзаһы Андрей Фомочкиндың аккредитацияһын ғәмәлдән сығарҙы. Белоруссия командаһына ҡарата иһә санкциялар ҡаралмаған. Сөнки флаг тотоусы спортсыла, тренер ҙа түгел.
Ҡара күлмәкле матур француз ҡыҙының ҡыйыҡтан-ҡыйыҡҡа һикереп йөрөүе тураһындағы видео интернет хитына әйләнде. Ике көндә генә уны ун дүрт миллион кеше ҡараған. Был социаль селтәрҙә ҙүенсәлекле рекорд. Видеола ҡыҙ йорттарҙың ҡыйыҡтарынан һикерә, шыуып төшә һәм билдәһеҙ кешеләргә ҡунаҡҡа ла инеп сыға.