Йөрәк тибеше араһында барлыҡҡа килгән ижад

Тулыраҡ: Йөрәк тибеше араһында барлыҡҡа килгән ижад

Республика Милли музейында микроскоптан күренер мөғжизәләр күргәҙмәһе асылды. Новосибирск оҫтаһы Владимир Анискиндың үҙенсәлекле эштәре Өфө ижад һөйөүсеһе иғтибарына тәүге тапҡыр тәҡдим ителә. Микроминиатюра – сәнғәттең һирәк төрө. Ябай күҙ менән күрерлек тә түгел кескәй генә әйберҙәрҙе эшләүе нисегерәк ҡатмарлы. Был нескә оҫталыҡты талап итә. Микроскоп аша ҡарап, тик ҡул менән, йөрәк тибештәре араһында. Күргәҙмә ҡунаҡтарына һоҡланыр урын бар. Энә күҙендә дөйәләр каруаны, кеше сәсендә яһалған яҙма, сәс осона беркетелгән яңы йыл шыршыһы, иң кескәй матрешка, иң бәләкәй китап. Һуңғыһы Гиннес рекордтары китабындағынан да бәләкәйерәк.Микроскоптан күрер мөғжизәләр араһында дағаланған бөрсә барлығы ғәжәпләндермәй. Тик Владимир Анисткин тарихта танылған һулаҡтан ары киткән. Бөрсәнең бер дағаһына ул буяу менән Рәсәй флагын төшөргән, икенсеһенә үҙенең фамилияһы менән даға һалынған йылды билдәләгән. Күргәҙмәне асыу тантанаһында мөғжизәләр авторы менән осрашыу бәхете теймәне. Владимир Анискин әле сит илдә фәнни-ғәмәли конференцияла. Новосибирск оҫтаһы микроминиатюралар менән генә түгел, ә физика-математика фәндәре докторы булараҡ теоретик һәм ғәмәли механика институтында аэродинамика өсөн микротапшырғыстар, микроағымдар өйрәнеүе менән дә билдәле. Тимәк, ҡыҙыҡлы мауығыуында ла, һөнәри эшмәкәрлегендә лә микроскоптан башҡа көн үткәрмәй. Уның ижад мөғжизәләренең күбеһе Санкт-Петербургтағы „Рус һулағы„ музейында урын алған. Өфө һәм республика халҡы иһә „Микроскоптан күрер мәғжизә„ не Башҡортостан милли музейында 20-се ноябргә тиклем күҙәтә ала.