Аҡҡош күлле Аксаков баҡсаһы

Аҡҡош күлле Аксаков баҡсаһы

Аҡҡош күлле Аксаков баҡсаһында башланған яңыртып ҡороу эштәре менән Радий Хәбиров ҡыҙыҡһынды. Башҡаланың тарихи урындарының береһе быйыл яҙ ремонтҡа ябылғайны. Архитекторҙар парктың тарихи йөҙөн дә ҡайтарырға, уға заманса төҫ тә бирергә ниәтләй.Аксаков баҡсаһы — мәҙәниәт мираҫы. Яңыртып ҡороу проекты ошоно иҫәпкә алып төҙөлгән һәм тарихи-мәҙәни экспертиза үткән. Һаҡ аҫтына алынған объекттың тарихи йөҙөн юғалтыуға юл ҡуймау – эшселәрҙең төп бурысы. Баҡсаны төҙөкләндереү яҡлы тауыш биргән Өфө халҡының да теләктәре иҫәпкә алынған. Парктың үҙенсәлекле ҡапҡалары, йөҙйәшәр ҡарағас, аҡҡошло күл һаҡланып ҡалған тарихи өлөшөнән тыш бында заманса ял биләмәләрен ойоштороу ҙа күҙ уңында тотола. Балалар өсөн уйын майҙансыҡтар, воркаут биләмәһе һәм скейт-парк булдырыу, йәш ағас үҫентеләрен ултыртыу ҡаралған. “Уңайлы ҡала мөхитен формалаштырыу” программаһы сиктәрендә паркты яңыртып ҡороу маҡсатына 243 миллион һум аҡса бүленгән, уның байтаҡ өлөшө — федераль бюджеттан. Бөгөнгә иҫке ҡорамалдар һәм юл ҡапламдарын һүтеү тамамланыу алдында, ағастар күсереп ултыртыла. Эшселәр Аксаков баҡсаһын 30 сентябрҙә файҙаланыуға тапшырырға әҙерләнә.