Быйыл рәсми тантаналарҙа махсус хәрби операцияларҙа ҡатнашыусылар һәм уларҙың яҡындары ла саҡырыласаҡ. Бөйөк Еңеүҙең 78 йыллығына арналған саралар иртән Шайморатов һәйкәленә һәм Мәңгелек утҡа сәскәләр һалыуҙан башлана. Октябрь проспектында Еңеү парады үтә, унда хәрби техника, хатта самолет һәм вертолеттар ҡатнашасаҡ. Башҡортостан концерт залында һәм Совет майҙанында концерт ҡаралған. Саралар район-ҡалаларҙа ла ойошторола. Еңеү көнө уңайынан кисен Өфөлә салют яңғыраясаҡ.
Башҡортостаныбыҙ Бөйөк Еңеүҙең 78 йыллығын ҡаршыларға әҙерләнә
Башҡортостаныбыҙ Бөйөк Еңеүҙең 78 йыллығын ҡаршыларға әҙерләнә