Йылдан йыл Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар кәмей бара, ә ҡайһы бер төбәктәрҙә улар бөтөнләй ҡалманы. Миәкә районында берҙән-бер ветеран йәшәй. Феодосия Пашинаның тормош юлы һәм күргән михнәттәре хаҡында хәбәрсебеҙ Закир Шәрипов. София Нәсибуллина һуғыш тураһында шиғырҙы урын-еренә еткереп һөйләй. 1 класс уҡыусыһы Бөйөк Ватан һуғышы афәттәре тураһында яҡшылап белеп тә етмәйҙер. Әммә, ҡыҙ-бала оло өләсәһенең һөйләгәндәренән нисек ҡурҡыныс булғанын тойомлай.Феодосия Пашина 1925 йылда Миәкә районы Мәнәүезтамаҡ ауылында донъяға килгән. Бала сағынан төрлө ауырлыҡтар аша үтә, 18 йәшенәсә инәһе тәрбиәләп, кеше итә. Һуғыш осоронда йәш ҡыҙ Бәләбәй медицина училищеһының беренсе курсын тамамлап өлгөрә. Бәлиғ булыу менән ҡулына повестка тапшыралар. 1944 йылда Өфөнән Феодосия Митрофановнаны башҡа ҡыҙҙар менән бергә 2-се Украин фронтының санитар полкына ебәрәләр. Тәғәйен урынға барғанда улар бер-нисә тапҡыр фашист илбаҫарҙарының самолеты утына эләгә.Фронтҡа алынған ҡыҙҙар яу яланынан яралыларҙы сығара. Төрлө станцияларҙан йыйып, Кишинев, Бельцы ҡалаларындағы госпиталдәргә алып бара. Ҡайһы берҙәрен Киевҡа оҙаталар. Санитар поезд менән ветеран Украина, Молдавия, Румыния, Венгрия, Чехословакия, Австрия ерҙәрен иңләп сыға. Ә еңеүҙе Көнсығыш Пруссияла — Кенигсберг ҡалаһында ҡаршы ала.Бөйөк Ватан һуғышы тамамланғас, Феодосия Пашина тыуғандары яғына ҡайта. Уның яҡындарына ярҙам итеү теләге ҙур була. Аңлашыла, аслыҡ-яланғаслыҡ осоро. Әммә, тормош үҙенекен итә. Эш эҙләп ул Урта Азияға сығып китә. Ошонда тормош иптәшен осратып, ғаилә ҡора. Һуңынан ире менән Украинала ла йәшәп алалар.Хәҙер Бөйөк Ватан һуғышы ветераны тыуған ерендә – Миәкә районында төпләнгән. Феодосия Пашина йылы торлаҡ менән тәьмин ителгән һәм барыһына риза булып, ейән-ейәнсәрҙәре, бүлә-бүләсәрҙәре шатлығына ҡыуанып йәшәй.
Миәкә районында берҙән-бер ветеран йәшәй
Миәкә районында берҙән-бер ветеран йәшәй