Өфөлә Бөйөк Еңеүҙең 78 йыллығы алдынан халыҡ шағиры Мостай Кәримдең «Ярлыҡау» повесы буйынса ҡуйылған фильмдың премьераһы үтте. «Ярлыҡау» – Мостай Кәримдең һуғыштан һуң 40 йылға яҡын йөрәгендә йөрөткән әҫәре. Һуғыш уның тормошонда һәм ижадында тәрән эҙ ҡалдыра. Фильмды тәүгеләрҙән булып беҙҙең хәбәрсебеҙ Гөлфиә Мәҡсүтова ҡараны.Картинаны ҡарарға мәҙәни йәмәғәтселек вәкилдәре, Өфө театрҙары режиссерҙары һәм актерҙары, «Мостай Кәрим» круиз лайнерының 70-тән ашыу пассажиры, журналистар һәм блогерҙар килгәйне. Картинаны режиссер Айнур Асҡаров етәкселегендәге ижади төркөм тәҡдим итте. Төп геройҙарҙың береһе 20 йәшлек сержант — танкист Любомир Зухты уйнаған йәш актер Александр Новиков, был мин ҡатнашҡан иң яҡшы фильмдың береһе, үҙем өсөн Мостай Кәримдең ижадын астым, ти. Мостай Кәримдең ейәнсәре, Мостай Кәрим исемендәге Фондтың ойоштороусыһы, картинаның продюсеры Тимербулат Кәримов тап Өфө ҡалаһында уҙған премьераның мөһимлеген белдерҙе.Фильмдың төп геройы 20 йәшлек сержант — танкист Любомир Зух испан коммунисының ҡыҙы, яҙмыш тарафынан алыҫ ауылға килтерелгән йәш Мария-Терезаға ғашиҡ була. Йоҡларға ятҡандан һуң сержант хушлашыу өсөн һөйгәненә янына килеп үҙ хистәрен белдерә. Әммә ул һуғыш ваҡытындағы ҡаты ҡанундар буйынса иң юғары яза янағанын аңламай. Ярлыҡай фильмы бер кемде лә битараф ҡалдырманы. «Ярлыҡау» картинаһы Рәсәйҙә һәм күрше дәүләттәрҙә 1 500- ҙән ашыу кинотеатрҙа күрһәтеләсәк.
Мөхәббәт ҡорбаны
Мөхәббәт ҡорбаны