Легендар диктор “Атайсал” проектының биҙәлеше

Легендар диктор “Атайсал” проектының биҙәлеше

Балаҡатай районында "Атайсал" төбәк проекты сиктәрендә билдәле артистар ҡатнашлығында хәйриә концерты үтте. Хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташтарыбыҙға ярҙам итеү маҡсатынан ойошторолған концертта йыйылған аҡсалар яҡташ һалдаттарға ярҙамға йүнәлтелә. Ижади сараны коллегабыҙ, Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, билдәле диктор Флүрә Мурзина ойошторҙо. Теманы дауам итәсәк хәбәрсебеҙ – Гөлфиә Мәҡсүтова. Концертта, урындағы ижади коллективтарҙан тыш, Республикала билдәле булған йырсылар ҙа сығыш яһаны. Баш ҡаланан килгән ҡунаҡтарҙы, Балаҡатай халҡы дәррәү ҡаршы алды. Республиканың атҡаҙанған артисы Радик Динәхмәтов, тыуған ил тураһында дәртле йыр башҡарып тамашасы күңелен яуланы.Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы Валентина Топычканова иһә, үҙенең тыуған ерендә, бүләк йөҙөнән, тәүге тапҡыр башҡорт телендә «Бер алманы бишкә бүләйек» халыҡ йырын башҡарып тамашасыны хайран ҡалдырҙы. “Атайсал” республика проекты сиктәрендә хәйриә концертын Балаҡатай районының почетлы гражданы, "Башҡортостан" дәүләт телерадиокомпанияһы алып барыусыһы, Флүрә Мурзина ойошторҙо.Зал тултырып килгән тамашасы матур йырҙар тыңлап, бейеп , күңелле ял итеп итеп ҡайтты."Атайсал" республика проекты ауыл тормошон яҡшыртыуға йүнәлтелгән. Ауылдан сыҡҡан билдәле шәхестәр,мөмкинселектәре булған кешеләр, бәләкәй Ватандарына һәм ауылдаштарына ярҙам итә. Үҙ тамырҙары тураһында, билдәле телеалыпбарыусы Флүрә Мурзинала онотмай. Тыуған ауылы Түбәнге Үтәшевола ул мәсет төҙөй. Түбәнге Үтәштәр Флүрә Мурзина ярҙамында мәсет ҡалҡып сығыуға бик шат, дини байрамдарҙы ауыл халҡы хәҙер иман йортонда ойоштора. Флүрә Мурзина кеүек яҡташыбыҙ былыуға ғорурланабыҙ, ти ауыл халҡы. Тағыла, легендар башҡорт дикторының пландарында — 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың иҫтәлеген мәңгеләштереү. Һәм 200 йылдан ашыу элек тыуған илен яҡлаған ауыл халҡының исемдәре яҙылған стелла ҡуйыу.