Сарала Рәсәйҙән 200-ләгән белгес Ҡаҙағстан делегацияһы менән берлектә тура эсәк ауырыуҙары, уларҙы дауалау юлдарын барланы. Форумды беҙҙең хәбәрселәр ҙә күҙәтте. Тәжрибәле хирургтың һәр хәрәкәтенә аңлатма биреүе аңлашы ла, сөнки был юлы операция барышына бер нисә камера көйләнгән һәм уны 200-ләгән табип күҙәтә. Иван Костарев хеҙмәттәштәренә асыҡ геморроидэктомия менән төйөндәрҙе алыу ысулын күрһәтә. Был алымдың оҫтөнлөгө шунда, операциянан һуң яра тиҙерәк уңала. Пациент 3-4 аҙнала ғәҙәти тормошҡа ҡайта. БДМУ клиникаһында ойошторолған форумда билдәләүҙәренсә, тура эсәктек аҫҡы өлөшөндәге ҡан тамырҙарының киңәйеүе менән бәйле сирҙәр һәр унынсы өлкән йәштәге кешене борсой.Бөгөн Башҡортостан хирургтары бөтә Рәсәй табиптары менән бергә колоректаль хирургиялағы төрлө ысулдарҙы ҡулланып бер юлы алты операция эшләй. Сара төбәк-ара хирургия форумы сиктәрендә башҡарыла.Мәскәү хирургы операция барышында башҡа төбәк табиптарының һорауҙарға яуап биреп өлгөрҙө. Уның эше тамамланыуға икенсе операциялар бүлмәһендә Ростов ҡалаһынан килгән табип йыуан эсәк ауырыуы менән яфаланған 65 йәшлек пациентты ҡабул итә.Операцияның бындай ысулы ваҡытты аҙ талап итһә лә, һөҙөмтәһе ҙур хирургик операцияларға торошло, ти табип. Форумда Өфө хирургтары ла тәжрибәләре менән уртаҡлашты.Төбәк-ара форумда геммороидаль ауырыуҙарҙан тыш, башҡа тура эсәк ауырыуҙары, операциялар һәм реабилитация юлдары барланды.
БДМУ клиникаһында колоректаль хирургия буйынса төбәк –ара форум үтте
БДМУ клиникаһында колоректаль хирургия буйынса төбәк –ара форум үтте