М5 “Урал” трассаһында алты һыҙатлы юл

М5 “Урал” трассаһында алты һыҙатлы юл

М5 “Урал” трассаһының бер өлөшөшөндә оҙаҡламай алты һыҙатлы заманса юл буласаҡ. Ул Өфөнө көньяҡтан урап үткән транспорт артерияһында реконструкция эштәренең тамамлау этабы булып тора. Тиҙҙән башҡала һәм ҡала янындағы ауылдар араһын үтеү уңайлы һәм хәүефһеҙ буласаҡ. Объектты июнь айында сафҡа индереү күҙаллана. Өфө районының Урыҫ-Юрмаш ауылы эргәһендәге транспорт сиселеше янында юлға ҡайнар асфальт ҡатламы түшәлә. Быйыл яҙҙың иртә килеүе сәбәпле эштәр ҙа иртәрәк башланды, ти хеҙмәткәрҙәр. Иң мөһиме барлыҡ төҙөү-ремонтлау эштәр тейешле талаптарға тура килтереп башҡарыла. Урында төҙөлөш контроле лә дежурҙа. Көнөнә яҡынса 3 мең тонна асфальт япмаһы түшәлә. Әлеге ваҡытта 14 километрҙың уны тулыһынса әҙер. Эштәр график буйынса бара, ти төҙөүселәр. М5 “Урал” трассаһындағы төҙөлөш-ремонт эштәре Өфөнө көньяҡтан урап үткән транспорт артерияһындағы реконструкцияның тамамлау этабы булып тора. Тиҙҙән башҡала һәм ҡала янындағы ауылдар араһын үтеү уңайлы һәм хәүефһеҙ буласаҡ. Ремонт эштәре 2019 йылдан бара, әҙер участкаларҙа автомобилдәр алты һыҙат буйлап хәрәк итә лә инде. Быға тиклем ике генә һыҙатлы тар юлдан йөрөгән водителдәр яңы мөмкинлектәргә ҡыуана. Реконструкциянан һуң 14 саҡрымда ла алты һыҙат буласаҡ һәм автомобилдәр ағымы тәүлегенә 50 меңдән артасаҡ. Киңәйтелгән юлдан тыш, водителдәргә төрлө уңайлыҡтар булдырыла: егермеләгән мәғлүмәт таблолары, видеокүҙәтеү камералары, юл япмаһы торошо датчиктары һәм метеостанция, яҡтыртыу ҡоролмалары ҡуйыла, йәйәүлеләр өсөн ер өҫтө үткәүелдәре төҙөлә. М5 трассаһының был өлөшөндә мышылар арҡаһында йыш ҡына авариялар теркәлгән. Шуға ла хафуандар юлға сыҡмаһын өсөн бында ике яҡлап та яҡынса бер километр оҙонлоҡтағы тимер селтәрҙән кәртәләр ҡуйғандар. Киләсәктә юлдың тирә-яғы ла төҙөкләндереп, йәшелләндереләсәк. Объекттың техник әҙерлеге 75 процент тәшкил итә. Планға ярашлы, был юл участкаһы июль айында файҙаланыуға тапшырыла.