Республика мосолмандарын Ҡорбан ғәйете менән Рөстәм Хәмитов ҡотланы.
Төрлө милләт вәкилдәре дуҫлыҡ һәм тыныслыҡта йәшәгән Башҡортостанда Ҡорбан байрамы айырыуса ҙур иҡтибар менән билдәләнә. Беҙҙең республикала дини нигеҙҙә бер ҡасанда аңлашылмаусанлыҡтар булғаны юҡ. Мосолмандар башҡа дини конфессиялар вәкилдәре менән бергә дини биналар төҙөү, мәрхәмәтлелек, үҫеп килгән йәш быуынды тәрбиәләү аша рухи һәм мәҙәни мираҫын байыта. Был байрам һәр йортҡа изгелек, үҙ-ара аңлашыусанлыҡ, тыныслыҡ алып килһен!», – тиелә Республика башлығы ҡотлауында.