Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Исламға нигеҙ һалынған Мәккә Мәҙинәлә был көндәрҙә донъяның барлыҡ тарафтарынан миллиондарса мосолмандар йыйыла. Башта улар микат алдында ниәт әйтә. Һуңынан руханиҙар Әл-Харам мәсетендә «ҡара ташҡа» ҡағыла. Ҡорбан байрамы көнөндә диндарҙар тәүәф ҡыла – Ҡаф тауын ете тапҡыр сәғәт әйләнешенә ҡаршы урай.

Мадридта меңләгән кеше корридаға ҡаршы акция үткәрҙе. Үгеҙҙәр һуғышы Испанияла халыҡ күпләп йөрөгән тамашаларҙың береһе. Әммә һуңғы арала уның популярлығы кәмегән. Халыҡтың ни бары 19 проценты ғына корриданы һаҡлап ҡалыу яғында, 58 проценты тыйыуҙы талап итә.

Сүриәлә бөгөн Ҡорбан байрамы көнөндә хәрби хәрәкәттәр туҡтатыла. Рәсәй һәм Америка аралашсылығында үткән аҙнала ошо турала һөйләшеп килешелгәйне. Әгәр бөтәһе лә план буйынса барһа, төпкөл төбәктәргә гуманитар ярҙам ташыу башланасаҡ.

Америкала 2001 йылдағы террор ҡорбандарын иҫкә алалар. Был террор ғәмәлдәре Ҡушма Штаттарҙың эске һәм тышҡы сәйәсәтен тамырынан үҙгәртте. Дәүләт именлеге өлкәһендә үҙгәртеп ҡороуҙар, граждандар артынан күҙәтеүҙәр башланды. Америка Әль-Ҡәидаға ҡаршы һуғыш асты. Был үҙ сиратында «Ислам дәүләте» барлыҡҡа килеүгә һәм яңынан-яңы теракттарға этәргес бирҙе.