Өфө халыҡ-ара спорт үҙәгенә әүрелә.
Баш ҡалала икенсе йыл рәттән халыҡ-ара марафон үтте. Ҡатнашыусылар „Динамо„ стадионы алдынан старт алды. Спорт яратыусылар хаҡында тулыраҡ хәбәрсебеҙ Гүзәл Ишкинина репортажында. Стәрлетамаҡ ҡалаһынан килгән Филүс Исмәғилев сарала беренсе тапҡыр ҡатнаша. Бында үҙемдең мөмкинлектәремде һынап ҡараға, һәм әлбиттә ыңғай энергия туплар өсөн килдем, ти егет. Быйыл марафонда өс меңгә яҡын кеше ҡатнашты. Сарала ҡатнашыу өсөн быйыл хатта Сингапурҙан да килгәндәр. Өфө үҙендә 15 дәүләт, 150-нән ашыу ҡала һәм 30 төбәк спортсыларын тупланы. Көнө буйына туҡтауһыҙ ҡойған ямғыр иһә, улар өсөн үҙенә күрә бер һынауға әйләнде. Екатеринбург ҡалаһынан Алексей Никонуров һәм ҡатын-ҡыҙҙар араһынан паралимпия чемпионы Елена Паутова яуланы. Улар 40 меңлек сертификат һәм граммоталар менән бүләкләнде.