Башҡортостандан бишенсе ирекле батальон хәрби әҙерлек үтеү урынына юллана

Башҡортостандан бишенсе ирекле батальон хәрби әҙерлек үтеү урынына юллана
Хәрби формирование легендар генерал Таһир Күсимов исемен йөрөтәсәк. Был турала оператив кәңәшмәлә республика башлығы белдерҙе. Радий Хәбиров батальонды тантаналы шарттарҙа оҙатыуҙы ойошторорға ҡушты. Ултырыштың көн тәртибенә сығарылған мәсьәләләргә хәбәрсебеҙ рәлиә Сәхибгәрәева байҡау яһар.Ковид 19 тамам. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы 5 майҙа коронавирус пандемияһы туҡтатылыуы тураһында хәбәр итте. Был һуңғы йөҙйыллыҡта өс йылдан ашыу дауам иткән берҙән-бер пандемия. Республика табиптары ауырыуҙы уңышлы еңеп сыға алды, тине һаулыҡ һаҡлау министры. Өҫтәүенә, һынауҙар тармаҡты сыныҡтырып, һәр яҡлап нығытҡан.Рәсәйҙә иң яҡшы проект тип табылған “Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” акцияһы әүҙем бара. Әлеге мәлдә 20 меңгә яҡын кеше ҡаралған. “Сәләмәтлек поезы”ның мобиль бригадалары Башҡортостандың райондары буйлап, халыҡтың һаулығын тикшереүен дауам итә. Уҙған аҙнала 500-гә яҡын техноген янғындар теркәлгән. Уларҙа ике кешенең ғүмере өҙөлгән. Республика урмандарында ла, яландарында ла ут сығыу осраҡтары бар. Уларҙың дөйөм майҙаны 800 гектарға яҡын. Янғын һүндереүҙә Ка-32 вертолеты ярҙамға килгән. Ҡотҡарыусылар көсө менән ут ялҡынының ауылдарға күсеүе кисектерелгән.Һауа торошо ауыл хужалығына бер ни тиклем ҡатмарлыҡтар килтергән. Ял көндәрендә ямғыр яуыуы һәм төндәрен ҡырау төшөүе сәбәпле шәкәр сөгөлдөрө, арпа, рапс һәм башҡа культуралар зыян күргән, күләме әлегә иҫәпләнә. Дөйөм алғанда, яҙғы сәсеү эштәре тамамланыуға бара. Күп кенә райондарҙа был эш 90 процентҡа тамам.Уҡыусылар дәүләт йомғаҡлау аттестацияһына әҙерләнә. Башҡортостанда Берҙәм дәүләт имтиханында 16 меңдән ашыу уҡыусының ҡатнашыуы көтөлә. Шулай уҡ, 48-меңдән ашыу 9 классты тамамлаусылар һынау тотасаҡ. “Уңайлы мөхит” дәүләт программаһы буйынса республикала 512 объект физик мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә ҡулайлаштырылған. Әммә 600-ләп күп ҡатлы йортҡа пандустар урынлашрырыу кәрәк. Радий Хәбиров был мәсьәләне хәл итергә ҡушты һәм уны айырым контролгә алды.Кәңәшмәлә Өфөнөң тарихи йөҙөн һаҡлап ҡалыу һәм тергеҙеү мәсьәләһе лә телгә алынды. Мәҫәлән, башҡаланың тарихи урындарының береһе - Аксаков баҡсаһы быйыл яҙ ремонтҡа ябылды. Әммә бында кешеләрҙең ғүмеренә хәүеф менә янаған төҙөлөш бар. Мөмкинлек булһа, баҡсаға инеү урынын емереп, яңынан тергеҙергә, шулай уҡ, халыҡ менән аңлатыу эштәрен да алып барыу мөһим, тине Радий Фәрит улы.Оператив кәңәшмәлә аҙна дауамында һәм ялдарҙа уҙғарылған сараларға ла йомғаҡ яһалды. Иң мөһим байрамдарҙың береһе – Еңеү көнө республикабыҙҙа йылдағыса киң билдәләнде. Беренсегә Еңеү көнөндә Өфөлә Совет майҙанында Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатов һәйкәленә сәскә һалынды. Әйткәндәй, ошо көндәрҙә Совет майҙанынан бишенсе ирекле башҡорт батальоны хәрби әҙерлек үтеү урынына юллана. Ул милли ҡаһарманыбыҙ, генерал, Советтар союзы геройы Таһир Кусимов исемен йөрөтәсәк.