Тынғы белмәҫ ветеран

Тынғы белмәҫ ветеран

Красноусол ауылында йәшәүсе Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ғабдрахим Саттар улы Садиҡовҡа 99 йәш. Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда уға 17 йәш кенә була. 18 йәше тулыуға, йәғни 1942 йылдың августында хәрби хеҙмәткә саҡырыла. Башта Алкинда, һуңынан Туймазыла бер йылға яҡын кавалерия полкында һуғыш серҙәренә өйрәнә. 1943 йылдың майында әҙерлекле һалдаттарҙы эшелондарға тейәп, һуғышҡа оҙаталар. 2–се Белорусия фронтының минометсылар бригадаһына эләгә. Уларҙың полкы бик күп ҡала-ауылдарҙы фашистарҙан азат итеүҙә ҡатнаша. 1947 йылдың яҙында Еңеү салюты яңғырығанда ул Берлиндан 60 саҡырым ғына ситтә була. Һуғыштан һуң Ғабдрахим Садиҡов тағы ла ике йыл армияла хеҙмәт итә. 1947 йылда ғына тыуған яғына ҡайта. Ауылдашы Ғилемйыһанға өйләнеп, 6 бала тәрбиәләп үҫтерәләр.Тормош иптәше хәҙер мәрхүмә инде. Ғабдрахим Садиҡовты әлеге көндә улы менән килене ҡарай. Балаларының балалары ла һәр саҡ янында.Ғафури районынан барыһы 13 меңдән ашыу кеше фронтҡа киткән, уларҙың 5-әүһенә Советтар Союзы геройы исеме бирелә.Ғафури районынан өс меңгә яҡын кеше хәбәрһеҙ юғалған. Әммә уларҙың һәр береһенең Еңеүгә индергән өлөшө ысын мәғәнәһендә батырлыҡҡа тиң.