Унда республиканан алты команда көс һанашты. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе сюжетта. Махсус хәрби операцияға китеүсе медицина хеҙмәткәрҙәренә арнап уҙғарылған турнирҙа йөҙләп кеше ҡатнашты. Спорт майҙанына хирургтар, неврологтар, травмотологтар һәм башҡа белгестәр сыҡты. Сара Дим районы хакимиәте һәм Дим районы дауаханаһы коллективы ярҙамында махсус хәрби операцияға китеүселәргә арнап ойошторолдо. Дим районы дауаханаһы коллективы май байрамдарына арнап ағас ултыртыу акцияһында ла әүҙем ҡатнашты. Дауахана биләмәһендәге паркта 300-ҙән ашыу үҫенте ултыртыла. Бынан тыш, дауахана ҡарамағындағы Авдон участка дауаханаһына ла ылыҫлы 40ағас ултыртылды.