Башҡортостанда гриппҡа ҡаршы вакцинациялау башланды.
Быйыл түләүһеҙ нигеҙҙә миллион ике йөҙ мең кешегә прививка яһау ҡаралған. Әле 900 мең вакцина дауаханаларға таратылған. Прививканың нимә икәнлеген һәр кем белә, әммә уны эшләтер алдынан ҡайһы берәүҙәрҙә шик тыуа. Луиза Ғәлләмова йыл һайын грипҡа ҡаршы прививка яһата. Быйыл да дауаханаларға вакцина килгәнен ишеткәс тә, табипҡа мөрәжәғәт иткән. Әлбиттә, вакцинация пациенттың үҙ теләге һәм ризалығы менән генә башҡарыла. Шулай уҡ, был процедура сәләмәтлек торошона ҡарап үткәрелә. Сөнки прививканан һуң, организмда антиматдәләр барлыҡҡа килә һәм кеше ике-өс көн ауырып ала. Ә ҡайһы берәүҙәр бөтөнләй һиҙмәй, еңел үткәрә. Быйыл республикала вакцинациялау түләүһеҙ нигеҙҙә миллион ике йөҙ мең кешегә яһала. Шуларҙың өс йөҙ меңе балалар, а ҡалғаны хәүеф төркөмөнә ингән өлкәндәр. Былтыр республика халҡының 28 процентына бушлай иммунлаштырыу үткәрелһә, быйыл күрһәткес артып, 30 процентҡа етергә тейеш. Әле 900 мең вакцина дауаханаларға таратылған. Башҡортостанда бер нисә йыл рәттән Рәсәйҙә етештерелгән вакцина ҡулланыла. Уның юғары йоғонтоло һәм хәүефһеҙ булыуын билдәләй табиптар. Хаҡы уртаса 200 һум.Вакциналар сентябрь башынан уҡ дарыуханаларҙа ирекле һатыуҙа бар. Һәр кем теләгән етештереүсенең продукцияһын һатып алып прививка яһата ала. Әлбиттә, бер генә дауалау йәки иҫкәртеү препараты ла сирҙән тулыһынса һаҡлай алмай. Әммә күп йыллыҡ тикшереүҙәр күрһәтеүенсә, прививка эшләткән кеше киҙеү эләктерһә лә, сирҙе еңел үткәрә, өҙлөгөүҙәр ҙә булмай. Тик йәмғиәттә һаман да быны аңлап бөтмәгән һәм вакцинациянан бөтөнләй баш тартҡандар ҙа осрай. Оноторға ярамай, вакцинация гриптың ауыр, хатта үлемгә килтергән ҡатмарлы формаларынан һаҡлай. Шуға күрә табиптар үҙегеҙҙең һәм яҡындарығыҙҙың сәләмәтлеген хәүеф аҫтына ҡуймай, иҫкәртеү прививкаларын ваҡытында яһатырға кәңәш итә.