Коллекторҙар торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр буйынса бурысы булғандарға күсә.
Рәсәйҙә коллекторҙар, йәки бурыс ҡайтарыусылар тураһындағы федераль закон был тармаҡта тәртип урынлаштырырға тейеш. Яңы хоҡуҡи акт 2017 йылдың ғинуарынан үҙ көсөнә инә. Уға ярашлы коллекторҙарға кредит буйынса бурысы булғандар менән эшләү отошһоҙ буласаҡ. Әммә законда торлаҡ хеҙмәттәре өсөн бурыстарҙы ҡайтарыуға сикләү юҡ, тимәк коллекторҙар был тармаҡта әүҙем аҡса “һыға” башлаясаҡ тип фаразлай белгестәр.