Кисә Республиканың бөтә мәсеттәре лә диндарҙар менән тулы ине. Йылдағыса, ҡорбан байрамына арналған төп саралар Ләлә мәстендә үтте. Иртәнге намаҙға меңәрләгән кеше йыйылғайны. Улар бер-береһен оло байрам менән ҡотлап хәйер, саҙаҡалар таратты. Бында меңәрләгән мосолман өсөн 250-ләп баш һарыҡ ҡорбанға салынды. Ҡорбан байрамының асылы малдың йәнен алыуҙа түгел, ә мал-мөлкәтеңде аллаһы тәғәлә рәхмәтенә Ҡорбанға килтерергә әҙер булыуҙа. Ғәрәпсә ид Аль-Адха тип аталған был байрам 3 көн дауам итә. Уны яҡындар һәм туғандар янында һый-хөрмәттә, изге ниәттәр менән ҡаршылау зарур.
Бөгөн Ҡорбан ғәйетенең икенсе көнө
Тулыраҡ: Бөгөн Ҡорбан ғәйетенең икенсе көнө