Республика йәмәғәтселеге Федераль дәүләт статистикаһы хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса төбәк органы етәксеһе Әкрәм Ғәниевты һуңғы юлға оҙатты. Матәм сараһында республика етәксеһе Радий Хәбиров, Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев, хөкүмәт-премьер-министры Андрей Назаров ҡатнашты. Альбина Зәйнетдинова дауам итә. Башҡортостандың статистика хеҙмәте етәксеһе Әкрәм Ғәниев, Башҡортостан Республикаһының һәм Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы, дәүләт статистикаһының почетлы хеҙмәткәре 65-се йәшендә ҡапыл вафат булды. Әкрәм Ғәниев 1959 йылдың 3 ғинуарында Салауат районының Күҫәләр ауылында тыуған. 1981 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған. Һәм шул уҡ йылда хеҙмәт юлын Өфөлә уҡытыусы дәрәжәһендә башлап ебәрә. Статистика ведомствоһында 1983 йылда эшләй башлай. 1994 йылға тиклем БАССР Статистика идаралығының бүлек етәксеһе була, 2000-се йылдан төбәк Дәүләт статистика комитеты рәйесе урынбаҫары итеп тәғәйенләнә. 2005 йылдан алып әлеге көнгә тиклем Федераль дәүләт статистика хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса территориаль органы етәксеһе вазифаһында эшләне. Мәрхүм менән хушлашырға уның туғандары, яҡындары, дуҫтары һәм хеҙмәттәштәре килгәйне. Әкрәм Мөхәмәт улын Ҡырмыҫҡалы районының Ибраһим ауылында ерләнеләр.
Республика йәмәғәтселеге Әкрәм Ғәниевты һуңғы юлға оҙатты
Республика йәмәғәтселеге Әкрәм Ғәниевты һуңғы юлға оҙатты