Радий Хәбиров уны проектлау маҡсатына аҡса бүлергә ҡушты. Башҡортостан Башлығы эш сәфәре барышында социаль һәм етештереү объекттары эшмәкәрлеге менән ҡыҙыҡһынды. Ә бөгөн Дәүләкәндең 4-се мәктәбе 1956 йылда төҙөлгән тип әйтерлек тә түгел. Белем биреү йорто федераль программаға ярашлы яңыртып ҡоролған. Бөтә тәҙрәләр алмаштырылған, иҙән яңынан һалынған, бинаның тышҡы яғы, ҡыйығы, коммуникациялары яңыртылған, яңы уҡыу йыһаздары һатып алынған. Директор һүҙҙәренсә, мәктәп тарихында дәүләт яғынан бындай хәстәрлектең булғаны юҡ. Мәғариф учреждениеһында башҡарылған төҙөкләндереү эштәренә Радий Хәбиров баһа бирҙе. Башҡортостан Башлығы быйыл республикала мәктәптәрҙә федераль программа буйынса капиталь ремонт яһау дауам итәсәк, тип белдерҙе. Радий Хәбиров Дәүләкәндең етештереүсе предприятиеларының бер нисәһендә булды. Профиль торбалары эшләп сығарған завод 12 йыл элек асылған. Хәҙер ул ҡала ойоштороусы предприятие тип танылған. Бары ике яңы станок заводтың етештереү ҡеүәтен өсләтә арттырырға булышлыҡ иткән. Предприятие киләсәктә яңы цех асып ҙурыраҡ диаметрлы торбалар етештерергә йыйына. Радий Хәбиров завод етәкселәрен сираттағы инвестсәғәткә саҡырҙы.Ошондай инвестсәғәттәрҙең береһендә Дәүләкән ит ярымфабрикаттары комбинаты ла үҫешкә старт алған. Яңы цехтар, продукция төрҙәре һәм яңы эш урындарын асыуға өлгәшелгән. Проектҡа өҫтөн дәрәжә бирелеп дәүләт ярҙамы сиктәрендә инвесторҙың инженер инфраструктураһына йүнәлткән сығымдары, шулай уҡ тарнспорт һәм ҡорамалдар өсөн лизинг түләүҙәре өлөшләтә ҡапланған. Радий Хәбиров цехтарҙы ҡарап предприятие етәкселегенә аҙыҡ-түлек һәм эшкәртеүсе сәнәғәткә ярҙам буйынса республика программаһында әүҙем ҡатнашырға кәңәш итте. Эш сәфәренең сираттағы туҡталышы — Дәүләкән физкультура-һауыҡтырыу комплексында. Уның эргәһендә йүгереү һуҡмаҡтары һалып, трибуналар ҡороп асыҡ футбол майҙанын төҙөргә йыйыналар. Ер биләмәһе бүленгән, проектты бойомға ашырырға аҡса табаһы ғына ҡалған. Радий Хабиров төҙөлөшкә 2024 йылда тотонор өсөн тейешле матди сараларҙы бирергә ҡушты. Радий Хәбиров эш сәфәрен Дәүләкән район етештереүселәренең тауар күргәҙмәһендә тамамланы. Һуңынан ауыл советы хакимиәт башлыҡтары менән зона семинар-кәңәшмәһен үткәрҙе. Республика башлығы урындағы үҙидаралыҡ эшмәкәрлегендәге көнүҙәк мәсьәләләрҙе билдәләп уларҙың хеҙмәтенә халыҡтың уңайлы йәшәү шарттары бәйле, тип белдерҙе.
Дәүләкән районында футбол буйынса ярыштар үткәрерлек беренсе майҙан төҙөлә
Дәүләкән районында футбол буйынса ярыштар үткәрерлек беренсе майҙан төҙөлә