Яҡташтар һорауы буйынса тәүге кәрәкле әйберҙәр, аҙыҡ-түлек менән бер рәттән, төрлө ҡоролмалар ҙа йыйылған. Тулыраҡ мәғлүмәт хәбәрсебеҙ Гүзәл Ишкинина сюжетында. Тимерғәле Ураҙғолов махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙарыбыҙға ун алтынсы тапҡыр гуманитар ярҙам алып бара. Эшҡыуар, волонтер Тимерғәле Ураҙғоловтың һауаплы эшендә теләктәштәре лә етерлек. Өлөшләтә мобилизация башланғас та, Тимерғәле саҡырылыусыларға ярҙам күрһәтеү ниәтен белдерә һәм Башҡортостан Республикаһы эшҡыуарҙарының волонтерҙар штабын ойоштора. Шулай ҙа яугирҙар өсөн иң ҡиммәтлеһе – балалар яҙған хаттар, ата-әсәләре, туғандары, ғаиләләре ебәргән посылкалар, ти Тимерғәли Рәлис улы. 2016 йылдан алып данлыҡлы генералдың исемен йөрөткән Шайморатов мәктәбе уҡыусыларына ла гуманитар ярҙам күрһәтелә. Алынған әйберҙәрҙең ҙур өлөшө – махсус ҡорамалдар, аҙыҡ-түгел, кейем-һалым. Ярҙамға үҙ өлөшөн индергән республика халҡына рәхмәт, ти Урал Килсенбаев.Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан ир-егеттәребеҙ беҙҙең хәстәрҙе, берҙәмлекте тойорға тейеш. Улар гуманитар йөктө һәр саҡ тулҡынланып көтөп ала, ти ойоштороусылар.
Махсус хәрби операциялағы ир-егеттәргә сираттағы гуманитар ярҙам оҙатылды
Махсус хәрби операциялағы ир-егеттәргә сираттағы гуманитар ярҙам оҙатылды