Башҡортостанда янғынға ҡаршы махсус режимды оҙайтыу тураһында ҡарар ҡабул ителде. Был хаҡта хөкүмәттә уҙған оператив кәңәшмәлә Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты етәксеһе Фәрит Ғүмәров белдерҙе. Ул урман янғындарына һәм ҡоро үлән яныуға бәйле ғәҙәттән тыш хәлдәргә юл ҡуймау маҡсатында ошо режимды махсус бойороҡҡа тиклем оҙайтырға тәҡдим итте. Уҙған аҙнала республиканың Белорет районында урман янғынының бер осрағы теркәлгән. Ут 3,2 гектар майҙанды ялмап алған. Бынан тыш, 9,8 гектар майҙанда ҡоро үлән яныуҙың 14 осрағы асыҡланған. Әлеге ваҡытта республикала һүндерелмәгән янғындар юҡ. Синоптиктар хәбәр итеүенсә, көндәрҙе йылытасаҡ. Шуға ла янғын сығыу осраҡтары ла бермә-бер артыр, тип көтөлә.
Янғынға ҡаршы махсус режим оҙайтыла
Янғынға ҡаршы махсус режимды оҙайтыла