Йыл башынан алып республика юлдарында пассажир автобустары ҡатнашлығында 69 транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. 92 кеше тән йәрәхәттәре алған, бер кешенең ғүмере өҙөлгән. Ошо йәһәттән республиканың ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре был йүнәлештә иҫкәртеү сараларын көсәйтте. Тулыраҡ Альбина Зәйнетдинова сюжетында. Был кадрҙарҙа йыл башынан алып пассажирҙар автобустары ҡатнашлығында булған иң ҡурҡыныс аварияларҙың береһе. Уның һөҙөмтәһендә һигеҙ кеше тән йәрәхәте алды һәм бер тарихи бина ҡаза күрҙе. Достоевский урамынан килгән «ЛОТОС» сатрашҡа сыҡҡан мәлдә Цюрупа урамында хәрәкәт башланып өлгөрә. Ҙур тиҙлек менән боролошҡа ингән автобус менән бәрелеште кисектерергә маташҡан Нефаз туҡтап өлгөрмәй. Пассажир ташыусы шәхси компания «ЛОТОСы» архитектура ҡомартҡыһы тип танылған Якушевтар йортона барып инә. Ошо уҡ юлдан килгән өсөнсө автобус бәхеткә күрә фажиғәғә тарымай.Был кадрҙарҙа иһә башҡала маршруттарын хеҙмәтләндергән автобус юл киҫелешенән һул яҡҡа боролған мәлдә йәшел төҫкә сығып барған йәйәүлене төкөй. Хәйер, ир тән йәрәхәттәре менән генә ҡотола. Автобус водителе туҡтап өлгөрмәһә, хәл аяныслы тамамланыр ине. Ҡыҙғанысҡа, был берҙән-бер осраҡ түгел. һуңғы ваҡытта йәмәғәт транспорты ҡатнашлығында булған авариялар даими күренеш. Йыл башынан алып республика юлдарында пассажирҙар автобустары менән 69 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. 92 кеше тән йәрәхәттәре алған, бер кешенең ғүмере өҙөлгән. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы яғынан автобустар водителдәре менән даими рәүештә профилактик эш алып барыла. Уның тәп маҡсаты- аварияларҙы булдырмау, юл ҡәғиҙәләрен үтәү буйынса аңлатма эштәрен алып барыу. Ошо йүнәлештә иҫкәртеү саралары көсәйтелгән. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүдәт инспекцияһы тарафынан башҡала маршруттарын хеҙмәтләндергән автобустарҙы тикшереү буйынса даими рейдтар ойошторола. Юл транспорты ҡатнашлығындағы аврияларға булышлыҡ иткән сәбәптәр күп, әммә уларҙың күбеһе водителдәрҙең яуапһыҙлығы, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәмәүҙәре арҡаһында килеп сыға, ти юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре. Атап әйткәндә. рөхсәт ителгәндән артыҡ пассажир йөрөтөү, руль артында телефондан һөйләшеү, тиҙлекте арттырыу, дистанцияны тотмау — иң йыш осраҡтар. Пассажирҙар ҙа күпселек водителдәрҙең ҡабалан йөрөүе, ҡапыл тормозға баҫып пассажирҙарҙы хәүеф аҫтына ҡуйыуын билдәләй.Тәү ҡарашҡа, Шумахер-водителдәргә ҡыҙыу юл ярыштарында видеокүҙәтеү камералары ла ҡамасауламай кеүек, әммә был гаджеттар үҙ эштәрен теүәл үтәй. Бер ҡәғиҙә боҙоу осрағы ла күҙ уңынан ысҡынмай. Был махсус рәүештә ойошторолған һәм заманса йыһазландырылған бүлмә Юл хәрәкәте менән идара итеү үҙәге. Исеме -үк әйтеп тора - бында юл хәрәкәте менән идара итеү һәм уны көйләү эше алып барыла. Бөтә кәрәкле мәғлүмәт видеостенала күрһәтелеп бара. Үҙәк белгестәре интеллектуаль транспорт системаһы ярҙамында Өфөләге светофорҙарҙың эшен көйләй, транспорт ағымын бүлеү менән шөғөлләнә. Шулай ҙа, төп иғтибар йәмәғәт транспорты йөрөшөнә бирелә. Рейд барышында автобустарҙың юлдарҙа йөрөшө генә түгел, транспорттың дөйөм техник торошо ла тикшерелә. Сипайлованың был туҡталышынан автобустар үҙ маршруттары буйынса юлға сыға. Транспорт сараһын файҙаланыуға сығарыр алдынан водитель дә, уның автобусы ла етди тикшереү үтергә тейеш. Талаптар үтәлмәгән осраҡта, транспорт махсус туҡталҡаға оҙатыла. Бындай рейдтар бер тапҡыр ойошторола торған акция түгел. Йәмәғәт транспорты линияһында эшләгән транспорт саралары юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге инспекцияһы тарафынан көндәлек рәүештә тикшерелеп тора. Ойошторолған сараларҙың маҡсаты – пассажирҙар транспорты ҡатнашлығында аварияларҙы кәметеү, автобус водителдәренең юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуын иҫкәртеү һәм аяныслы хәлдәргә юл ҡуймау.
“Автобус” операцияһы
“Автобус” операцияһы