Башҡорт атлы дивизияһына тәүге Советтар Союзы геройын биргән батырлыҡҡа 80 йыл. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы – үлгәндән һуң. Төркмән егете, лейтенант Аннаклыч Атаев 29 һалдаты менән 2 көн буйы мөһим бейеклек өсөн алыша. Немец илбаҫарҙарының һаны бер нисә тиҫтәгә артығыраҡ булһа ла бейеклекте үҙ ғүмерҙәрен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып һаҡлап алып ҡала атлылар. Ошо батырҙар хөрмәтенә Өфөлә иҫтәлекле сара үтте. Башҡортостандан һәм алыҫ Төркмәнстандан килгән батыр вариҫтары 112-се кавалерия дивизияһы музейында осрашты. Сәлимә Исламова репортажы.1943 йылдың ғинуары. Атаевтың төрлө милләт вәкилдәренән торған эскадроны Северский Донец йылғаһы ярындағы бейеклекте штурмлай. 300-ләгән фашисты ҡыра, 3 танк һәм 1 бронетранспортерҙы ҡыйратып совет ғәскәренә артабан юл аса. Барыһы ла һәләк була. Лейтенант Атаевҡа үлгәндән һуң Советтар Союзы геройы исеме бирелә. Ҡалған 29 яугир 1-се дәрәжә Ватан һуғышы орденына лайыҡ була.112-се башҡорт кавалерия дивизияһында 78 яугирға Советтар Союзы геройы исемен бирелә. Шулар араһында төркмән егете Аннаклыч Атаев тәүге герой. Батырҙың улы ошо Алтын йондоҙҙо оло ғорурлыҡ менән түшендә йөрөтә.Эскадрон командиры Атаевтың вариҫтары әле лә Төркмәнстанда йәшәй. Ошо көндәрҙә улы Владимир ғаиләһе менән атаһы хеҙмәт иткән башҡорт дивизияһының тыуған ере Башҡортостанға килде. Атаев эскадронында хеҙмәт иткән 30 яугирҙың береһе – Мәсетле районынан Фазылйән Бәшировтың туғандары менән дә осрашты. Әйткәндәй, олатаһы менән улар аҙаштар.Батырлыҡ күрһәтеп, иле өсөн һәләк булған яугирҙәргә наградалары ваҡытында килеп етмәй. Аннаклыч Атаевтың ғаиләһенә лә геройҙың алтын йондоҙон алыу өсөн тырышлыҡ һалырға тура килә. Алтын Миҙалды 2020-се йылда ғына ғаиләгә тапшыралар. Ике шатлығ бергә килде, ти батырҙың вариҫтары. Тап ошо йылда генерал Шайморатовҡа ла Рәсәй геройы исеме бирелде. Улар хаҡында беләбеҙ, иҫләйбеҙ икән — батыр даны мәңгелек, тигән фекерҙә сараны ойоштороусы Халыҡтар дуҫлағы йорто һәм 112-се кавдивизия музейы хеҙмәткәрҙәре.
Батырҙар хөрмәтенә иҫтәлекле сара
Батырҙар хөрмәтенә иҫтәлекле сара