Өфөләге көрәш һарайында төҙөлөш эштәре тамамланыу алдында

Өфөләге көрәш һарайында төҙөлөш эштәре тамамланыу алдында

Башҡаланың юбилей объекттары исемлегендәге бина ҡоролошо барышы менән Радий Хәбиров ҡыҙыҡһынды. Хәбәрсебеҙ Нәфисә Кинйәбаева репортажы.Ике яҡлы, киң майҙанлы, алты ҡатлы мөһабәт бинаның иңбашында Бөйөк Еңеү байрағы елберләй. Төҙөүселәр уны 9 майҙа, Көрәш һарайының йомғаҡлау монолит плитаһын нығытҡан көндө ҡаҙаған. Шулай башҡаланың юбилейына әҙерләнгән бүләкте тапшырыу датаһына иҫәп асылған, тиергә мөмкин. Төҙөүселәр дәррәү, дөйөм эште бер-бер артлы түгел, ә ике яҫылыҡта бер юлы алып барыуҙы яйға һалған. Бинаның ике яҡлы булыуының сере бар. Ошо арауыҡтан ауыр техника йөк ташый. Төҙөлөш осоронда ғына. Һуңынан был урында көрәш майҙанының үҙе төҙөлә.Бөгөн монолит эштәре тамамланыу алдында. Бер юлы инженер коммуникацияларын тоташтырыу менән бинаның тышҡы биҙәлешенә тотонғандар. Был йәһәттән иң дөрөҫ сеймал тип ҡыҙыл гранит һайланған. Объекттың төҙөлөш директоры бинаны ҡороуҙың төп ҡатмарлығы — Һарайҙың Халыҡ-ара тигән дәрәжәһен шартына килтереп һалыу, ти. Көрәш төрҙәренең боронғо тарихына бында иҫкәртеүсе билдәләргә тиклем ишаралай. Тап ошо боронғо грек стиле Башҡортостан башлығының да иғтибарын арбаны. Момументаль колонналар һарайға бөйөклөк өҫтәй.Радий Хәбиров бинаның һәр өлөшөнә баһа бирҙе. Көрәш һарайында йәмғеһе 8 спорт залы ҡаралған. Шуларҙың береһе амфитеатр формаһында, ярыштарҙан тыш күркәм саралар ойоштороуға ла иҫәпләнгән. Залда өс меңдән ашыу тамашасы ултыра ала. Төҙөүселәр Көрәш һарайын Өфөнөң 450 йыллыҡ юбилейына өлгөртәбеҙ, тип ышандыра. Бинаны техник асыу тантанаһы киләһе йылдың мартында көтөлә.