Иглиндар өлгө күрһәтә

Иглиндар өлгө күрһәтә

Иглин районы Украиналағы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға дәррәү ярҙам күрһәтә. Келәш ауылында йәшәүселәр һалдаттар өсөн баҡса үҫтерә башланы. Улар картуф, һуған, башҡа йәшелсәләр ултыртып, көҙгө уңышты ил һаҡсыларына алып барып тапшырырға ниәтләй. Уртаҡ эшкә фермерҙар ҙа әүҙем ҡушылған. Йүнселдәрҙең береһе 3 гектар ер бүлеп, үҙ техникаһы менән ярҙамға килергә әҙер. Иглин уңғандары менән хәбәрсебеҙ Гөлфиә Мәҡсүтова танышты. Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙға Башҡортостан күстәнәсен әҙерләү Келәш ауылында йәшәүсе Салауат Мостафин тәҡдиме. Урындағы фермер тәүҙә уртаҡ эш өсөн 3 гектар майҙанды ҡуртымға ала. Тап ошо баҫыуҙа ул картуф сәсеп, һалдаттарға ризыҡ әҙерләү кәрәк тигән фекере менән инернет селтәрендә лә уртаҡлаша. Йүнселдең был аҙымын хуплаусылар күп булып сыға. Уртаҡ эшкә уртаҡ тырышлыҡ кәрәк, ти халыҡ. Шуға ла өмәгә килеүселәр бихисап ине. Картуф ултыртыу өсөн көс тә, ваҡыт та кәрәк. Иглин халҡы техника менән дә, орлоҡ менән дә ярҙам итте. Кемдер төрәнгә егер өсөн хатта һарайҙағы атын да алып килгәйне. Келәш ауылында баҫыуҙағы эштә хәрбиҙәрҙең әсәләре лә ситтә ҡалманы. Улар әйтеүенсә, тыуған яҡ ризығы һалдаттарға көс һәм дәрт бирәсәк. Картуф яланында өлкәндәр менән бер рәттән балалар ҙа тырышты. Урындағы мәктәп уҡыусылары хатта үҙ командаһын да төҙөгән. Келәштәрҙең маҡсаты – ауыр саҡта халыҡ берҙәмлеген раҫлау. 2 гектарға 4 тоннанан ашыу картуф ултыртыла. Көҙөн ул машиналарҙа махсус хәрби операциялағы яҡташтарыбыҙға оҙатыла.Иглин районы Алаторка ауылы ирекмәндәре хәрбиҙәргә маскировка селтәрҙәре бәйләй, окоп шәмдәре эшләй. Мәҙәниәт йортонда хатта айырым штаб бүлмәһе лә булдырғандар..Ирекмәндәрҙең эше –маскировка өсөн көнөнә кәм тигәндә лә ҙур бер селтәр әҙерләү. Штаб үҙе 12 йәштән 70 йәштәге ирекмәндәрҙең тупланыу урыны. Февралдән улар яҡтыртыу өсөн меңдәрсә май шәм әҙерләп, маскировка өсөн тиҫтәләрсә селтәр һәм 3500 ҡоро душ эшләнгән.Иглиндар алдында бөгөн йәнә бер бурыс. Тупланған кәрәк-яраҡтарҙы сираттағы гуманитар конвой менән хәрби операция барған алғы һыҙыҡҡа оҙатыу.