Башҡортостан буйынса Росреестр идаралығы дәүләт геодезия һәм нивелир селтәрҙәре пункттарын инвентаризациялауҙы бойомға ашыра. Ҡайҙа урынлашҡан улар, ни өсөн һәм кемдәргә кәрәк — Ләйсән Тимербулатова репортажында.Өфөнөң Ленин урамында урынлашҡан Росреестр бинаһы артында геодезистарға ҡуйылған һәйкәлде күргәнем бар, әммә ләкин уның янындағы өстағанға бер ҙә иғтибар итмәгәнмен икән. Тап шул артабан һүҙ барасаҡ геодезия селтәре пункты икән. Геодезия пункттары — координаталар һәм ҡалҡыулыҡтар тураһында мәғлүмәт сығанағы. Уларҙы һаҡлау төбәк территорияһында геодезия һәм картография эштәрен башҡарғанда теүәл иҫәп булыуын тәьмин итә. Биләмәнең геодезик нигеҙе ныҡлы булыуы ҡала төҙөү, навигация, ер төҙөлөшө, ил инфраструктураһын һәм хәүефһеҙлегенә бәйле. Бындай пункттар совет осоронда уҡ төҙөлгән. Инвентаризация үткәреү ваҡытында күптәренең юҡҡа сығыуы теркәлгән. Башҡортостан геодезистары яҙлы-көҙлө төбәк буйлап ошо пункттарҙың именлеген тикшереп сыға. Квадрокоптер менән белгестәр үткән йылдың көҙөнән ҡуллана. Ярты йыл эсендә төбәктең 800-ләп гектар биләмәһенең аэрофотоһын әҙерләгән улар. Артабан фотолар координаталар тоғролауҙа ҡулланыла. Ә теүәл һандарҙы геодезия селтәре пункттары һаҡлай. Башҡортостандағы 2856 геодезия селтәре пункттарының әлегә 90% өйрәнелгән. Һәр береһе берҙәм дәүләт реестрына индерелгән һәм улар урынлашҡан территория ҡурсауға алынған. Белгестәр быйыл ауыл хужалығы эштәре әүҙем ерҙәрҙе тикшерергә ниәтләй. Башҡортостан географик мәғлүмәттәр инфраструктураһының төбәк моделен булдырыу буйынса илдең пилот проектына индерелде. Цифралы платформала теләгән һәр кем ер һәм күсемһеҙ милек тураһында тулы, теүәл мәғлүмәттәр алала. Киләсәктә тулыһынса берҙәм электрон картографик нигеҙгә күсеү эштәре тора. Ул кадастр иҫәбе һәм дәүләт теркәүен бер көнгә тиклем тиҙләтә, реаль ваҡыт режимында төҙөлөш өсөн ер банкынан мәғлүмәттәр алырға мөмкинлек бирә. Технологиялар йылдам үҫешә. Шулай ҙа уларҙың нигеҙендә бик күптән ҡулланылған алымдар ята. Һөрөнтө, шәхси ер биләмәләрендә, йорт ҡыйыҡтарында, стена, хатта подвалдарында урынлашҡан геодезия пункттарын һаҡлау – проекттың төп маҡсаттары рәтендә. Биләмәлә геодезия селтәре пункты булыуын билдәләү өсөн күсемһеҙ милек берҙәм дәүләт реестрынан мәғлүмәт алырға кәрәк. Беҙ уны Выписка из ЕГРН тип беләбеҙ. Шуны оноторға ярамай — пунктты алып ташлаусы, боҙоусы йә иһә геодезистарҙы биләмәгә индермәүселәр административ язаға тарттырыла.
Геодезия селтәре пункты
Геодезия селтәре пункты