Өфөлә самбо буйынса турнир уҙҙы

Өфөлә самбо буйынса турнир уҙҙы

Ул Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, прокуратура ветераны Даян Мурзин иҫтәлегенә бағышланды. Динамо стадионында уҙған сараны хәбәрсебеҙ Рәлиә Сәхибгәрәева барып күрҙе.Биш минут һәм һин еңеүсе. Ысынлап та, самбола бер осрашыуға биш минут ҡына ваҡыт бирелә. Ошо арауыҡта көрәшсене арҡаһына һалырға йәки башҡа көрәшә алмаҫлыҡ итеп, туҡта­тырға тейеш. Бәләкәй булыуҙарына ҡарамаҫтан, 10-13 йәштәге малайҙарҙың самбо ярышы бик сәмле барҙы. “Динамо” стадионында йыйылған йөҙҙән ашыу спортсының маҡсаты бер — еңеү яулау.Самбо –үҙенсәлекле спорт төрө. Ул ҡасандыр совет осоронда уйлап сығарылған һәм ҡоралһыҙ үҙ-үҙеңде һаҡлау алымы булған. Дзюдо көрәшенә нигеҙләнһә лә, төрлө халыҡтарҙың алыш төрҙәре — джиу-джитсу, башҡорт милли көрәше, ҡул һуғышы һәм башҡа элементтарҙы үҙ эсенә алған. Спорт дисциплинаһына яраҡлаштырылғанға, уның менән балалар ҙа шөғөлләнә.Турнирҙың Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, прокуратура ветераны Даян Мурзин иҫтәлегенә бағышланыуы ла осраҡлы түгел. Даян Баян улы ысын яугир, һәләтле разведчик, тәртип һаҡлау органдарының яҡшы етәксеһе булған. Йәш быуынды тәрбиәләүгә тос өлөш индерә, ветерандар хәрәкәте эше менән шөғөлләнгән.Һис шикһеҙ, был бәйге һәр ҡатнашыусыға сәм, дәрт, артабан да үҫергә этәргес көс бирҙе. Сөнки малайҙарҙың һәр ҡайһыһы “ҡара генерал” Даян Мурзин кеүек юғары үрҙәргә ынтылышы артты. Ә еңеүселәрҙең күкрәктәрен миҙалдар биҙәне.