Өфөлә Затон биҫтәһендә йәштәр һуғышҡан.
25 йәшлек егет йәрәхәтләнгән. Әле ул дауаханала ята. Полиция хеҙмәткәрҙәре енәйәт эше ҡуҙғатҡан. Бер-нисә кеше ҡулға алынған. Йәштәр һуғышҡанда суҡмарҙар һәм пневматик пистолет ҡулланған. Асыҡланыуынса, улар аҡсалата бурыс булыу сәбәпле һүҙгә килешкән.