3 яҡлы комиссия ултырышы

Тулыраҡ: 3 яҡлы комиссия ултырышы

Башҡортостанда эш биреүселәр хеҙмәткәрҙәр араһында сәләмәт тормошто пропагандалау һәм насар ғәҙәттәрҙе профилактикалау эшен башҡарырға бурыслы. Бөгөн эш биреүсе ойошмалар, профсоюздар федерацияһы һәм хөкүмәт тарафынан ҡул ҡуйылған өс яҡлы комиссия килешеүендә 10-дан ашыу өҫтәмә йөкләмә билдәләнгән. Документты Республика хөкүмәте исеменән Рәстәм Хәмитов раҫланы. Төбәк башлығы билдәләүенсә, билдәләнгән бурыстар хеҙмәт шарттарын яҡшыртыуға йүнәлтелгән. Алдағы 3 йыллыҡҡа билдәләнгән килешеү 214 пункттан тора, яңы йөкләмәләр исемлегендә эш биреүселәр тарафынан эскелек наркомания, тәмәке тартыу кеүек яман ғәҙәттәрҙе профилактикалау, Хеҙмәткә һәм оброронаға әҙерлек нормаларын үтәү һәм сәләмәт тормошҡа әйҙәү сараларын ойоштороу һәм ВИЧ ауырыуҙарҙы иҫкәртеү бурысы ҡуйыла. Шулай уҡ предприятие-ойошмалар алдында пенсия йәшенә еткәндәрҙең эш урынын һаҡлап ҡалыу, балалы ҡатындарға ирекле эш графигы һәм тулы булмаған эш аҙнаһы рәхсәт итеү ҡарала.