59 муниципалитетта быйыл 117 пляж эшләйәсәк

59 муниципалитетта быйыл 117 пляж эшләйәсәк
Өфөлә тимер юл вокзалын реконструкциялауҙың икенсе өлөшөндә автомобиль юлы аҫтында йәйәүлеләр өсөн ер аҫты үткәүелен төҙөү ҡарала. Был турала республика менән идара итеү үҙәгендә үткән оператив кәңәшмәлә транспорт һәм юл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Руслан Ғәрипов белдерҙе. Ултырыштың көн тәртибенә сығарылған мәсьәләләр тураһында хәбәрсебеҙ Ғәзиз Лоҡманов репортажы. Үткән аҙна сара-ваҡиғаларын барлап Радий Хәбиров Ишембай районында асылған “Заспорт” фабрикаһының ҙур киләсәгенә өмөт белдерҙе. Ә Башҡортостан делегацияһының Иранға рәсми сәфәре хаҡында докладтан асыҡланыуынса, Ислам республикаһы Башҡортостан биләмәһендә уйынсыҡ етештереү заводы төҙөү ниәтен белдергән. Нефть һәм химия тармағында ла бер нисә проект буйынса һөйләшеүҙәр алып барыла. Әйткәндәй ул да “Алға” махсус иҡтисади зонаһында урынлашыуы ихтимал. Иран делегацияһы менән һөйләшеү Ҡазан ҡалаһында үткән “Ислам донъяһы” форумында ла дауам иткән. Республика етәксеһе Өфөлә көрәш үҙәге төҙөлөшө һәм көнсығыш юлында эштәр барышын ҡарағандан һуң тәьҫораттарын белдерҙе. Спорт объекты киләһе йыл төҙөлөп бөтөргә тейеш. Ә тоннель, Ҡариҙел йылғаһы аша күпер һәм трассалағы эштәр графикка ярашлы алып барыла. Радий Хәбиров Өфө өсөн тағы бер мөһим төҙөлөштө телгә алды. Шаҡша күперен ремонтҡа ябыу ҡатмарлыҡтар тыуҙырасаҡ, шуға ла алдан тейешле саралар күрергә ҡушты.Оператив мәғлүәмәттәр менән сығыш яһағанда Радий Хәбиров пляждарҙың әҙерлегенә бәйле графикка иғтибар итте. 59 муниципалитетта быйыл 117 ҡомлоҡ эшләйәсәк. Ә бер нисә район пляж ойоштороуҙан баш тартҡан. Куйбышев тимер юлы етәкселеге менән осрашыу һәм күтәрелгән мәсьәләләр эҙенән оператив кәңәшмәлә доклад яңғыраны. Мөһимдәрҙән: Өфөләге тимер юл вокзалының ер аҫты йәйәүлеләр үткәүелен төҙөүгә киләһе йыл финанс табырға. Айғыр станцияһында вокзал яңыртылған, ә бына эргә-тирәне тәртипкә килтереү буйынса мәсьәлә асыҡ ҡала.Өфөләге Яҡутов паркына Рәсәй тимер юлдары 1 миллиард 800 миллион аҡса һалырға әҙер, парктың үҙен реконструкциялау ҙа парралель рәүештә алып барылырға тейеш тине республика башлығы.8 район сәсеүҙе тамамлаған тиелде оператив кәңәшмәлә. Яҙғы культураларҙан планда билдәләнгән майҙандарҙың 90 процентында эштәр теүәлләнгән. Май башында көндәр һыуытыу арҡаһында 11 районда сәсеүлектәр туңып зыян күргән. Был муниципалитеттарҙа ғәҙәттән тыш хәл режимы иғлан ителәсәк һәм юғалтыуҙар өсөн өлөшләтә компенсация алыу мөмкинлеге була.