Һалдат бутҡаһы тәмле

Һалдат бутҡаһы тәмле

Башҡортостандан бишенсе ирекле батальон хәрби әҙерлек үтеү урынына юлланды. Был формирование легендар генерал Таһир Күсимов исемен йөрөтә. Ә Даян Мурзин исемендәге ирекле батальон күптән хәрби күнекмәләргә тотонған. Беҙҙең хәбәрселәр ҙә Һамар өлкәһенә барып, һалдат бутҡаһын ашап ҡайтты.Атыу төп күнекмәләрҙең береһе. Ниндәй взвод булыуына ҡарамаҫтан, һәр бер хәрби ата белергә, иң мөһиме ҡоралдан сәпкә тейҙерергә тырышырға тейеш. Тап ошондай күнекмәләр ғүмерҙәрҙе һаҡлап ҡалырға ярҙам итәсәк.Күнекмәләр ысын һуғыш шарттарына яраҡлаштырып алып барыла. Йәғни, атыуҙан тыш, бында граната ла шартлай, хәрбиҙәр яраланғандарға беренсе медицина ярҙамы күрһәтеү, уларҙы яу яланынан сығарыу менән булыша.Күнекмәлә ауыр булһа ла, алышта еңел биреләсәк, тигән мәҡәл бар. Миномет взводы, ямғыр булыуына ҡарамаҫтан, көнө буйы полигонда шөғөлләнә. Август аҙағына тиклем уларҙың бөтә хәрәкәттәре берҙәм һәм етеҙ булырға тейеш.54 йәшлек “Абзый” 36 йыл водитель булып эшләгән. Ишле ғаилә башлығы һуңғы йылдарҙа “оҙон юлға” йөрөгән. Совет осоронда тәрбиәләнгән ир илде һаҡлау һәр кемдең изге бурысы, тип иҫәпләй.Батальонда тупланған ир-егеттәрҙең бөтәһе лә тиерлек хеҙмәт иткән. Әммә, барыһының да позывнойҙары булмаған. Бергә осрашып, хәрби әҙерлек үтергә килгәс һәм аралашып алғас бер-береһенә позывной биреп бөткәндәр. Батальонда миномет, тәьмин итеү, медицина, элемтә, ПТУР һәм АГС взводтары ойошторолған. Һәр береһенең үҙ маҡсаттары. Алышта бәйләнеш мөһим роль уйнай. Әгәр бер-берең менән аралашып, берҙәм эшләмәһәң, яҡшылап алышып та булмаясаҡ, тип билдәләй хәрбиҙәр. Башҡа взводтарҙан айырмалы элемтәселәр күптән юғары әҙерлек алып бара. Хәрбиҙәр әрмелә алған белемдәрен иҫкә төшөрөүҙән тыш, яңы ҡоролмалар ҙа өйрәнә. Элемтәселәр взводына һайлап ҡына алалар. Төп талаптарҙың береһе — хәрби хөкөм ителмәгән булырға тейеш. Күпселеге программалаусылар, йә компьютер, квадрокоптер менән эш иткән кешеләр. Улар телефон һәм элемтә бәйләнеше булдыра.Хәрҙибәрҙең ялы ла яҡшы ойошторолған. Буш ваҡыттарында улар волейбол, футбол, шашка уйнай. Кистәрен иһә төрлө кинотаҫмалар һәм документаль фильмдар күрһәтелә. Батальон хәрбиҙәрен иң яҡшы белгестәр өйрәтә. Уларҙың күбеһе махсус хәрби операцияла һынау үткән, тәжрибә туплаған. Шуныһы ла ҡыуандыра, инструкторҙарҙың бихисабы Башҡортостандан һәм яҡташтарыбыҙға бөтә белемдәрен еткерергә атлыға.Учалы районынан “Дента” өс бала атаһы. Тыуған яғында алтын табыу ойошмаһында эшләгән. Олатаһы Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашып, Сталинград өсөн барған алыштарҙа ҡаты яраланған. Иргә Ватанды, илде һөйөү тигән төшөнсә ят түгел. Ирекле батальон хәрбиҙәренең иртәһе армиялағы кеүек башлана. Таң менән физик күнекмәләр. Был юлы батальон командиры зарядканы үҙе үткәрә. Һуңынан бер-нисә саҡрымға йүгереү. Һалдаттар көн һайын теория өйрәнә, сәйәси белем биреүгә лә ҙур иғтибар бүленә. Офицерҙар дәрестәрҙең мөһимлеген билдәләй. Окоп ҡаҙыу, блиндаж эшләү ҙә — төп шарттарҙың береһе. Башҡортостан хәрбиҙәре иртәнән кискә тиклем эш менән мәшғүл. Улар армияла алған белемдәрен иҫкә төшөрә, таһыллыҡтарын камиллаштыра. Хужалыҡ эштәре менән дә булыша, яҡташтарыбыҙ. Бөгөн, мәҫәлән, ҡорал келәтен әҙерләй. “Автомат һәм көрәк һалдаттың дуҫтары” тиелә бер әйтемдә. Ҡорал һәр ваҡыт таҙа һәм төрлө хәлдәргә әҙер булырға тейеш. Атыуҙан һуң хәрбиҙәр шәхси ҡоралын таҙартып, киренән ҡороп ҡуя.Даян Мурзин батальоны менән данлыҡлы офицер командалыҡ итә. Ваҡытында ул Мәскәүҙә Ҡыҙыл майҙанда үткән парадта ҡатнашҡан. Хәрби бәрелештәрҙә лә булып өлгөргән. 20 йыл тормошон армияға бағышлаған комбат ябайлығы, шул уҡ ваҡытта талапсан булыуы менән хөрмәт ҡаҙанған. Подразделениены комплектлау һәм тәьмин итеү, шулай уҡ хәрби хеҙмәткәрҙәргә һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтеү мәсьәләләре һәр ваҡыт Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров иғтибарында ҡала. Даян Мурзин һәм Таһир Күсимов исемендәге батальон ағзалары ярты йыл һайын 200 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған түләү һәм тәүлек өсөн аҡса аласаҡ.