Өфөлә Эшҡыуарлыҡ аҙнаһы старт алды

Өфөлә Эшҡыуарлыҡ аҙнаһы старт алды

Ул "Эшҡыуарлыҡ билмәһе – йәшәү биләмәһе" тип исемләнгән Бөтә Рәсәй форумы һәм "Бизнес-Уңыш" милли премияһының төбәк этабы менән башланып китте. Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә йүнәлтелгән был проект 12 йыл эсендә 90 меңгә яҡын йүнселде берләштергән. Форум “Синергия” корпорацияһы, “Берҙәм Рәсәй” йәмәғәт ойошмаһы менән берлектә, Башҡортостан Хөкүмәте, республиканың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы, кесе һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса республика агетлығы ярҙамы менән ойошторола. Сарала “Ҡатын-ҡыҙҙар эшҡыуарлығы”, “Маркетплейстар”, “Эшҡыуарлыҡты үҫтереү. Ҡорамалдар”, “Аҡса эшләү һәләттәрен арттырыу” һәм башҡа актуаль темалар буйынса түңәрәк өҫтәлдәр, оҫталыҡ дәрестәре уҙҙы. Көн дауамында шулай уҡ "Бизнес-Уңыш" милли премияһының еңеүселәре лә билдәләнде.