Төн ҡараңғыһында музейҙа ниндәй хәлдәр бар

Төн ҡараңғыһында музейҙа ниндәй хәлдәр бар

Боронғо әйберҙәр йәнләнәме, бөгөнгөләре тарихҡа әйләнәме. Тылсымлы ла, шомло ла уйҙар һалған Музейҙар төнө шаршауын хәбәрсебеҙ Нәфисә Кинйәбаева асып ҡараны.Күркәм мәңгелектең “Ҡараңғы быуаттары” “Музейҙар төнө”ндә иң күп тамашасыны йәлеп иткән урын. Бөтә Рәсәй акцияһында ҡатнашыусыларҙы әле ут таба белмәгән боронғо кеше ҡаршылай. Ҡунаҡтар бер аҙ аптырап та, һоҡланып та, ғорурланып та тәьҫорат уртаҡлаша. Башҡортостандың Милли музейында ғәҙәттән тыш йәнлелек. Хеҙмәткәрҙәр генә түгел, саҡырылған сауҙагәрҙәр ҙә эш урынында. Сәйәхәттәр, оҫталыҡ дәрестәре, музыка – йылдың берҙән-бер төнө - көтөп алынған байрам.Был юлы ла музейға яңы боронғо экспонаттар тапшырылған. Халҡыбыҙҙың көнкүрешен тасуирлаған балаҫ-келәмдәр, суйын үтек, икмәк көрәге. Хәҙер уларҙың барыһы ла ғилми тикшеренеү өлгөһө. “Музейға тапшырылған бүләк баһалап бөтөргөһөҙ”, тигән саҡырыуҙы Әҙәбиәт музейы ла һалды. Акция сиктәрендә Башҡортостандың халыҡ шағирҙары үҙҙәре, күренекле яҙыусыларҙың яҡындары ҡәҙерләп һаҡлаған һәм бөгөнгә инде тарихҡа әйләнгән үҙенсәлекле әйберҙәрен музейға тапшырҙы. Осрашыу Мәжит Ғафуриҙың Мемориаль йорт-музейында үтте. Милли әҙәбиәт тарихын һынландырған бай фонд тап ошонда һаҡлана.Өс музей майҙаны, тигән исемгә лайыҡ Гоголь урамында йәйәүле сәйәхәтселәргә лә юлыҡтыҡ. Башҡортостандың ҡотопсолар музейы төнгө урам экскурсияһын “Музейҙар төнө” уңайынан тәүгә ойошторған. Ҡунаҡтар күп. Бер юлы бер нисә төркөм мауыҡтырғыс хикәйәттәр тыңлай.Нестеров исемендәге Художество музейында иһә нәфис сәнғәт байрамы. Залдарҙа музыканттар бер-бер артлы концерт ҡуя, лекторийҙа иконография серҙәре тураһында әңгәмә бара, оҫтаханаларҙа рәсем һәм һынлы сәнғәт дәрестәре үтә. Художество музейы Бөтә Рәсәй акцияһында йыл да ҡатнаша. Быйылғы “Музейҙар төнө”н яңы күргәҙмә менән билдәләй. Рәсәйҙең халыҡ рәссамы Салауат Щербаковтың үҙенсәлекле ижад төрөн таныта.Күренекле милләттәшебеҙҙең станокта баҫылған һынлы сәнғәт эштәре Бөйөк Ватан һуғышы геройҙарына арналһа Хәрби Дан музейындағы күргәҙмә бөгөнгө яу майҙандары тураһында. “Үҙебеҙҙең Донбасс өсөн” экспозицияһы көндән-көн яңы иҫтәлекле әйберҙәр менән тулылана. Хәрби дан музейындағы оҫталыҡ кластары, байрам программаһы, балалар өсөн команда уйындары илһөйәрлек, башланғыс хәрби әҙерлек һәм Ватан тарихы темаларына баҫым яһаны. Теләгән һәр кем махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташтарға хат яҙып тапшырҙы. Музейҙар төнө илдә ун өсөнсө тапҡыр үтте. Тик ул хөрәфәтле һаны түгел, ә “Тарих һәм тарихтар” исемлеге менән иҫтәлекле. Йылдың берҙән-бер төнөндә ғәҙәттән тыш сәғәттә ҡунаҡ ҡабул итеп музейҙар мәҙәниәт һәм сәнғәттең йола байрамын ойошторҙо. Олоһонан кесеһенә тиклем теләгән һәр кем үткәндәрҙе хәтергә алып бөгөнгөнө мәңгеләштереүҙә ҡатнашһын өсөн.