Һау бул, мәктәп!

Һау бул, мәктәп!

11-се класты тамамлаусылар өсөн һуңғы ҡыңғырау яңғыраны. Был тулҡынландырғыс мәлде һәр кем көтөп ала. Ҡосаҡлашыуҙар, күҙ йәштәре, рәхмәттәр... Быйыл һуңғы ҡыңғырау Торатау конгресс-холының аҫҡы майҙанында үткәрелде. Уҡыусылар мәктәп менән хушлаша. Һуңғы вальс — һуңғы ҡыңғырау байрамының төп йолаһы. Алда оло һынау – мотлаҡ имтихандар тора.