Иҡтисади санкциялар ҡамасау төгел

Иҡтисади санкциялар ҡамасау төгел

Иҡтисади санкцияларға ҡарамаҫтан Башҡортостандың нефть, газ һәм химия тармағы уңышлы эшләй. Улай ғына ла түгел, алға табан бара. Ошо турала Өфөнөң ВДНХ-Экспо майҙансығында Рәсәйҙең нефть, газ һәм химия форумы барышында әйтелде. Сара менән ҡуша халыҡ-ара “Газ. Нефть. Технологиялар” тигән махсуслаштырылған күргәҙмә асылды. Башҡортостан етәкселеге ошондай күргәҙмә-осрашыуҙарға ҙур өмөттәр бағлай. Сөнки йыл һайын форум барышында бихисап эшлекле килешеүҙәргә ҡул ҡуйыла.Форумды асыу барышында, ғәҙәттәгесә, бер-нисә яңы линияға старт бирелде. Иглин ауылының Звездный микрорайоны халҡы хәҙер йылыла һәм уңайлыҡта йәшәйәсәк. Бында йәшел яғыулыҡ үтте һәм газ бүлеү станцияһы асылды. Белоретта Сибайҙың магистраль газүткәргестәр эшләү менән шөғөлләнгән филиалы эшләй башланы, Өфө районында транспорт менән идара итеү һәм махсус техника майҙансығы сафҡа инде. Шулай уҡ Радий Хәбиров махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Дмитрий Титоренконың ҡатынына газ үткәреү өсөн сертификат тапшырҙы. Быйыл республиканың алдынғы предприятиелары юбилейҙарын билдәләй. Башҡортостан Башлығы компания вәкилдәрен тәбрикләп, абруй ҡаҙанған хеҙмәткәрҙәргә дәүләт наградалары тапшырҙы. Форумға илебеҙҙең 40-лап төбәгенән иң эре предприятиелар саҡырылған. Иң ҙур иғтибар сит ил компанияларына. Был юлы Рәсәй, Әзербайжан, Беларусь, Үзбәкстан, Иран һәм Ҡытайҙан 315 ойошма ҡатнаша. Был рекордлы һан, тип билдәләй ойоштороусылар.Башҡортостан предприятиелары тармаҡтың үҫешенә ҙур өлөш индерә. Республика үҙенең нефтселәре һәм газсылары менән ғорурлана ала, тип билдәләй Рәсәйҙең нефть, газ сәнәғәте союзы етәкселәре. Республика сит ил компанияларында ла оло ҡыҙыҡһыныу уята. Иран нефть компанияларының маҡсаты бер — Рәсәй ойошмалары менән конкурентлыҡ итеү. Мосолман иле вәкилдәре үҙ теләктәрен йәшермәй ҙә. Улар башҡа дәүләттәр менән аралашсы ролен үтәргә лә әҙер.Нефть һәм газ баҫымын тикшереүсе һәм күҙәтеүсе ҡорамалдар етештереүсе Ҡытай компанияһы Рәсәй баҙарында 15 йыл самаһы. Ә бына Башҡортостанда беренсе тапҡыр. Ҡытай дуҫтарыбыҙ ҙа беҙҙең баҙарҙа яңы партнерҙар табып, оҙайлы килешеүҙәр төҙөргә ниәтләй. Рәсәйҙең Нефть. Газ. Химия тармағының трансформацияһы; милли өҫтөнлөктәр һәм үҫеш нөктәләре тип аталған форумда ла һүҙ яңы партнерҙар һәм йүнәлештәр эҙләү хаҡында барҙы. Радий Хәбиров билдәләүенсә, төбәк-ара мөнәсәбәттәр булдырыу мөһим, уларҙы һаҡлап ҡалыу, яңы үҫеш нөктәләре лә табыу зарур. Башҡортостан Башлығы әйтеүенсә, берләшкән компаниялар һөҙөмтәле эшләй, яңы продукция сығарыу буйынса ла ҡатмарлыҡтар юҡ. Был форум һәм күргәҙмә Өфөлә 30 йылдан ашыу ойошторола. Ошо арауыҡта сара нефть, газ һәм химия комплексын үҫтереү буйынса аныҡ ҡарарҙар ҡабул итеү һәм көнүҙәк мәсьәләләрҙе сисеү буйынса абруйлы майҙансыҡҡа әйләнде. Тармаҡ төрлө һынауҙар үтһә лә, алға китеш ныҡ һиҙелә тип билдәләнде форумда.