Тулыһынса автоматлаштырылыған цехтар

Тулыһынса автоматлаштырылыған цехтар

Рәсәйҙә һуңғы ун йылда тәүгегә асылған ҡаты спиртлы эсемлектәр етештереүсе завод Өфө районының Булгаков ауылында урынлашҡан. “Башспирт” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең яңы филиалы менән республика башлығы Радий Хәбиров танышты. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе сюжетта.Яңы заводтың заманса ҡоролмалар менән йыһазландырылыуы аңлашыла, ти Ангелина Максимова. Тулыһынса автоматлаштырылыған цехтарҙан торған предприятие Өфө районының Булгаков ауылында урынлашҡан. «Башспирт» ойошмаһының Булгаков филиалы 2023 йылдың башында ғына тулы ҡеүәтендә эшләй башлаған. Ул Рәсәйҙә һуңғы ун йылда барлыҡҡа килгән ҡаты спиртлы эсемлектәр етештереүсе берҙән-бер предприятие. Уникаль заводта һыу менән спирт та автомат рәүештә ҡатнаштырыла. Заводтың эше менән республика башлығы танышты. Радий Хәбиров етештереү цехтарын ҡарап сыҡты, етәкселәр менән аралашты. Улар билдәләүенсә, етештереү процессы заманса экологик стандарттарға тура килә һәм тик тәбиғи компоненттар ғына ҡулланыла.Яңы заводтың төҙөлөшөнә 3 млрд һум аҡса һалынған. Филиал 340 кешене эш урындары менән тәьмин иткән. Төбәктең төп эре һалым түләүселәрҙең береһе булған ойошма уҙған 4 ай эсендә генә республика бюджетына 1,5 млрд һум килем килтергән. Продукция илдең 84 төбәгенә таратыла, шулай уҡ, яҡын сит илдәргә лә сығарыла башлаған. Әле предприятиела продукцияның төрлөлөгөн киңәйтеү өҫтөндә эшләйҙәр.