Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән һәм сит илдәрҙән 18 команда, 200-ләгән буласаҡ хирург көс һынашты. Буласаҡ табиптар травматология, урология һәм кардиология өлкәһендә үҙҙәренең оҫталыҡтарын күрһәтте. Олимпиаданан Сәлимә Исламованың репортажы.Онкология сәбәпле сирленең бәүел ҡыуығын алып ташларға, уның урынына яһалма ҡыуыҡ ҡуйырға. Буласаҡ урологтар алдында ошондай бурыс ҡуйыла. Һәр бригадала 3 кеше. Башта буласаҡ хирургтарҙың белемдәрен теория буйынса — яҙма рәүештә тикшерәләр, артабан табиптар үҙ оҫталығын ҡатмарлы операцияла күрһәтә. Ошондай халыҡ-ара кимәлдәге бәйгегә сыҡҡан студенттарға ҙур өмөттәр бағалайбыҙ, тип билдәләне күренекле табип, профессор Вил Тимербулатов. Конкурс аҙағында иң оҫта тип табылған йәш хирургҡа Олимпиада скальпеле тапшырыла.Барлыҡ операциялар алдынғы заманса ысулдар менән башҡарыла. Күрше майҙанда травматологтар эшләй.Травматологтарҙың был бәйгеләге маҡсаты, яҡынса бер сәғәт дауамында аяҡтың өҙөлгән һеңерҙәрен тегеү. Макет өсөн сусҡаның тояғы ҡулланыла.Жюри ағзалары хирургтың сифатлы йөй һалыуын ғына түгел, операцияның эстетик яҡтан ни тиклем матур һәм ипле булыуын да баһалай. «Хирургияла яңы ысулдар-2023» тип исемләнгән саралала Рәсәйҙең алдынғы медицина университеттарынан, шулай уҡ Ҡытай халыҡ республикаһынан, Ҡырғыҙстандан килгән иң һәләтле йәш хирургтарҙан тупланған 18 команда ҡатнаша. Ойоштороусылар билдәләүенсә, ошондай бәйгеләр йәш табиптарҙы дәртләндерә, яңы еңеүҙәргә әйҙәй. Ике көн дауам иткән бәйгенең төп призы – Олимпиада скальпеле Санкт-Петербург ҡалаһына юлланды, ә иң яҡшы хирургтар бригадаһы исеменә Пермь дәүләт медецина университеты студенттары лайыҡ булды.
Башҡалала хирургия буйынса халыҡ-ара олимпиада үтте
Башҡалала хирургия буйынса халыҡ-ара олимпиада үтте