Баш ҡаланың 450 йыллығына тәғәйен проекттарҙың береһе Воскресение Христова соборы артында, Муса Гәрәев, архитектор Рехмуков, Рудольф Нуриев һәм Комсомол урамдары менән уратылған кварталда урын аласаҡ. Төҙөлөш-монтаж эштәренең хаҡы 5 миллиард һумға баһалана. Әлеге ваҡытта объекттың монолит эштәре тамамланыу юлында. Тулыраҡ Альбина Зәйнетдинова сюжетында. Республикалағы иң ҙур спорт объекттарының береһенә үткән йыл аҙағында нигеҙ һалынғайны. Ярты йыл эсендә генә көрәш һарайының 5 ҡаты ла күтәрелгән. Монолит эштәре тамамланыу юлында. Спортсылар өсөн ял һәм сәләмәтләндереү өсөн айырым ике бассейн төҙөлә. Унан тыш, ярыш өсөн залдар, спорт мәктәбе, күнекмә базаһы, дөйөм туҡланыу урындары, спа комплекстар, 150 кешегә тәғәйен ҡунаҡхана ла урын аласаҡ. Бинаның ҡап уртаһында амфитеатр. Иң ҙур зал 3400 тамашасыны үҙендә һыйҙыра ала.Көрәш һарайында спорт һәм ирекле көрәш, самбо, дзюдо, милли көрәш, көнсығыш бергә-бер көрәше буйынса төбәк, дөйөм Рәсәй һәм халыҡ-ара кимәлдәге ярыштар үткәрергә мөмкин буласаҡ. Ошо спорт төрҙәре менән Көрәш һарайында бер юлы 200-ҙән ашыу кеше шөғөлләнә ала. Әлеге ваҡытта тышҡы инженер эштәре тамамланыу алдында. Бина айырым биләмәләргә бүленә, эске биҙәү эштәре лә башланған.Көрәш һарайының тышҡы архитектур биҙәлешенә айырым иғтибар бирелә. Бина бороңғо грек стилендә буласаҡ. Объекттың төп үҙенсәлеге – уны уратып алған 57 колонна.Көрәш һарайының иң ҙур залында спорт ярыштарынан тыш ҙур мәртәбәле концерттар ойоштороу мөмкинлеге лә бар. Бының өсөн залда бөтә мөмкинлектәр ҙә ҡаралған. Техник база акустика, яғынан яҡшы йыһазландырыласаҡ.Спорт объектының майҙаны 28 мең квадрат метр, тотош биләмә 43 мең квадрат метр тәшкил итә. Эргә тирәлә футбол, волейбол, баскетбол майҙансыҡтары, йүгереү юлдары. Ял урындары ҡаралған. Был тышҡы төҙөлөш эштәре октябрь аҙағына тиклем тамамланырға тейеш. Көрәш һарайы бинаһы иһә киләһе йылдың мартында йыһазландырыуға тапшырыласаҡ.
Оҙаҡламай Өфөнөң үҙ Көрәш һарайы буласаҡ
Оҙаҡламай Өфөнөң үҙ Көрәш һарайы буласаҡ